Баш ҡалала ҙур фирмаларға ялланып йөк ташыусылар һаны ун меңдән ашып китә

Баш ҡалала ҙур фирмаларға ялланып  йөк ташыусылар һаны ун меңдән ашып китә 10.04.2015

Көрсөк тигәндәре  уларҙы ла ситләп үтмәй. Эш биреүсе фирмалар ябыла,  килешеүе буйынса ғына эшләүсе водителдәр хеҙмәт хаҡын ваҡытында биреүҙе талап итеп, тауар ташыуҙы туҡтатып тороу осраҡтары арта.

Был ир-егеттәр барыһы ла  йөк ташыу менән шөғөлләнеүсе ҙур ғына фирмала  килешеү буйынса эшләй. Улар 28 февралдән алып рейстарға сыҡмай. Эш бар, әммә хеҙмәт өсөн түләү ноябрҙән бирле тотҡарланып килә.
Ир-аттар бурыстарын түләүҙе талап итеп ишек төбөндә тапана.
Ноябрҙән алып был егеттәрҙе: «Аҡсаны киләһе ай аҙағында тулыһынса түләрбеҙ», тигән буш  вәғәҙәләр менән өмөтләндерәләр.
Үҙ иҫәбебеҙгә эшләйбеҙ, бензинды ла кеҫәбеҙҙәге аҡсаға һатып алабыҙ. Егеттәрҙең барыһы ла тиерлек муйындан бурысҡа батҡан, банктан алған кредит буйынса иҫәпләшеүҙе әйтеп тораһы ла түгел.
Типһә тимер өҙөрҙәй  утыҙлаған ир-аттың  фирма менән  килешеү буйынса йөк ташыуы  хеҙмәт кенәгәһенә индерелмәй. Уларға ошоға тиклем хеҙмәт баҙарында үҙҙәрен ирекле ҡош итеп тойоуы уңайлы булған. Әммә тауыҡ иттәре, йомортҡаларҙы көнөнә егерме биштән ашыу сауҙа нөктәләренә  ташыусылар бер көн килеп алданып аҡсаһыҙ ҡалырбыҙ тип башына ла индермәгән.
Денис Тришин, водитель-экспедитор: «Минең ике балам бар, кесеһе балалар баҡсаһына йөрөй, өлкәне  сығарылыш сыныфында уҡый. Тиҙҙән уға уҡырға инергә ҙур сығымдар кәрәк буласаҡ. Ҡайҙа барма, аҡса кәрәк. Бөгөнгө көндә ҡатынымдың елкәһендә ултырам».
Быға тиклем әле бер, әле икенсе йөк ташыу фирмаларына ялланып эшләү  водителдәргә һәм уларҙың ғаиләләренең матди хәленә хәүеф менән янамаған. Ләкин үҙ ағышына ҡуйылған бөтә яҡшы нәмәнең дә осо була.
Александр Куров, «Лоджистик» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт етәксеһе: «Был егеттәрҙең хәлен аңлайым, бөтәһенең дә ғаиләһе, балалары бар. Ҡайһы берҙәренә ике йөҙ илле меңдән ашыу  бурыс йыйылған. Был бик ҙур сумма. Хәл аңлашыла, уларға балаларын ашатырға, кейендерергә лә кәрәк».
Иҡдисади көрсөк юғары нөктәгә етеп, эш биреүсе менән аралашсы фирма араһында  килеп тыуған алты миллиондан ашыу бурыс утыҙҙан ашыу  водителдең кеҫәһенә һуға. Быға тиклем уларҙың тәғәйен эш урындары булмаған. Саҡырыу аша ғына эшләп йөрөүҙәре аптырата. Йөк ташыусы фирма яғынан уларҙың ҡатмарлы  финанс хәлен еңеләйтергә тырышалар. Егеттәр бергә тупланып прокуратураға ла мөрәжәғәт иткән.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика