Баш ҡалала төбәк сәнәғәтен үҫтереүгә бәйле мәсьәләләр ҡаралды

Баш ҡалала төбәк сәнәғәтен үҫтереүгә бәйле мәсьәләләр ҡаралды 29.05.2015

Түңәрәк өҫтәл республикала барған «Эшҡыуарлыҡ аҙнаһы» сиктәрендә үтте. Өҫтәл артында «Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты» һәм бизнес вәкилдәре, Дәүләт Думаһы һәм ҡоролтай депутаттары. Төп һорау -төбәктә сәнәғәт тармағын үҫтереү. Шулай уҡ был тәңгәлдә дәүләт ярҙамы алыу мөмкинлектәре лә ҡаралды. Кәңәшмәлә ҡабул ителгән ҡарарҙар Мәскәүҙә үтәсәк сәнәғәт конференцияһында ла тәҡдим ителәсәк. Ил күләмендәге сарала шулай уҡ «Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты», министрлыҡтар, предприятиелар вәкилдәре-барыһы 700-гә яҡын кеше ҡатнашасаҡ.

Азат Фазлыев, Башҡортостандың сауҙа һәм сәнәғәт палатаһы вице-президенты:
«Бөгөн беҙ республикала үҫтерергә теләгән тармаҡтар тураһында кәңәшләшәбеҙ. Атап әйткәндә, нефть химияһы, еңел сәнәғәт буйынса аныҡ тәҡдимдәр бар. Киләсәктә ошо проекттар буйынса федераль үҙәктән ярҙам алырға иҫәп тотабыҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика