Туймазы ҡалаһының 5-се урта мәктәбендә суд ҡарары буйынса ете кабинетта уҡытыу эштәре туҡтатылған
Бөгөн 80-дән ашыу бала икенсе сменала белем алырға мәжбүр. Мәғариф усағын төҙөкләндереү проекты күптән күтәрелә, ләкин тиҫтәләп йыл бойомға ашмай.
11 / 12 / 2017 208
Бер фатир, ике хужа
Өфөлә өс бүлмәле торлаҡ өсөн низағ бара. Сергей Герасимчук фатирҙа 20 йылға яҡын көн иткән һәм хаҡы күптән түләнгән тип иҫбатлай. Ә бына документтар буйынса  күсемһеҙ милектең хужаһы бөтөнләй икенсе кеше. Иң аптыратҡаны улар икәүһе лә баптист хәрәкәте ағзалары. Баптист ағымын Башҡортостанға 90-сы йылдарҙа америкалылар алып килә.  Һуңғараҡ миссионерҙарҙы илдәренә ҡыуып ҡайтарала, әммә уларҙың ойошмаһы ҡала. Һәм тап ошо хәрәкәткә, уның ағзаларына табыныу Сергей Герасимчук ғаиләһен урамда ҡалдыра ла инде.  
11 / 12 / 2017 246
Айыҡ тормош өсөн!
Әлшәй районының Раевка ҡасабаһында йәшәүсе Татьяна Гридина юл сатында эшләп килгән кафеһында спиртлы эсемлек, тәмәке һатыуҙан баш тартҡан. Шәхси эшҡыуарҙың был ҡарарын башта сәйерһенеп ҡабул итһәләр, бөгөн кафе күптәрҙең яратҡан урынына әйләнгән. Бында һатып алыусыларға ауыл ерендә етештерелгән сифатлы ризыҡтар тәҡдим ителә. Тап шуғалыр ҙа өс йыл эсендә эшҡыуарҙың даими клиенттары барлыҡҡа килгән.
11 / 12 / 2017 235
Стеналағы үңәҙ бәшмәге һәм ҡыйыҡтан һыу ағып тороуы Туймазы районының 2-се мәктәбендә енәйәт эше ҡуҙғатыуҙа сәбәпсе булған
Тикшереү һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, Новотроицк ауылында 400-ҙән ашыу бала етәкселәрҙең үҙ эшенә һалҡын ҡарауы һөҙөмтәһендә авария хәлендәге бинала уҡыған. Бер йыл элек мәктәптең ҡыйығына капиталь ремонт үткәрелгән. Шуға ҡарамаҫтан ямғыр ваҡытында түбәнән һыу ағып торған. Осраҡ буйынса әле ғәйеплеләрҙе асыҡлау бара, шулай уҡ  бер нисә экспертиза тәғәйенләнгән.  
11 / 12 / 2017 164
Һауа шарттарына бәйле, шәмбенән йәкшәмбе кискә тиклем М-5 «Урал» федераль трассаһында йөк транспорты хәрәкәте сикләнеп торҙо
Башҡортостандан ошо маҡсатта Силәбе өлкәһе оператив хеҙмәттәренә ярҙамға республика буйынса федераль патруль хеҙмәтенең аэромобиль төркөмө ебәрелде. Тәүлек дауамында шәхси состав вәкилдәре күсмә йылытыу пунктында 40 кешегә ярҙам күрһәткән, шул иҫәптән 25 кешене йылы аш менән тәьмин иткән.
11 / 12 / 2017 203
Аҙнаның тәүге яртыһында республикала көндөң һыуыныуы, һуңынан бер аҙ йылыныуы көтөлә
Шаршамбынан һауа торошо көндөҙ 4-9, урыны менән 14 градусҡа тиклем һыуыта. Төндә аяҙайтҡанда 14-19 градусҡаса һалҡын булыр тип күҙаллана. Яуым-төшөм әллә ни көтөлмәй, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы ихтимал.  
11 / 12 / 2017 164
ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 11.12.2017
Владимир Путин Рәсәй ғәскәрҙәрен Сүриәнән сығарырға ҡушты. Был турала ул  Хмеймимдағы хәрби базаға сәфәре барышында белдерҙе. Авиабазала дәүләт башлығын урындағы президент Бәшәр Асад менән оборона министры Сергей Шойгу ҡаршы алды. Владимир Путин террорсыларҙы тар-мар итеүҙә ҡатнашыусы Рәсәй хәрбиҙәренә оло рәхмәтен еткерҙе. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ике йылда улар 32 меңдән ашыу боевикты юҡ иткән.    
11 / 12 / 2017 170
Ишембай ҡыҙы Ләйсән Ғәлимова «Йәшлек-шоу-2017» фестиваленең Гран-приһын яуланы
Быйыл 25-се тапҡыр ойошторолған йыр-моң байрамы башҡорт эстрадаһында үҙенең тәүге аҙымдарын яһаусы бик күп башҡарыусыларға ҙур сәхнәгә сығырға ярҙам итте. Юбилей фестивалендә тиҫтәнән ашыу йәш ҡатнашыусы өр-яңы йырҙарын тәҡдим итте.
11 / 12 / 2017 237
Үткән тәүлектә республика юлдарында һигеҙ автомобиль аварияһы теркәлгән
Унда бер кешенең ғүмере өҙөлгән, ете кеше йәрәхәтләнгән. Тәүлек эсендә Юл хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре водителдәр тарафынан 2800  тапҡыр юл ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын асыҡлаған. 77 автоһәүәҫкәр рулгә спиртлы эсемлек ҡулланғаны өсөн тотҡарланған.
11 / 12 / 2017 250
«Юлдаш Plus» йәштәр интернет-радиоһы йыл дауамында барған хит-парадҡа йомғаҡ яһаны
Концерт-дискотека 9 декабрҙә «Өфө уттары» күңел асыу комплексында  үтте.
11 / 12 / 2017 237
Өфөлә умартасыларҙың сираттағы йыйыны үтте
Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең биохимия һәм генетика институтуында илдең ике йөҙгә яҡын умартасыһы ғилми-ғәмәли конференцияла фекер алышты. Унда таҙа тоҡомло ҡорттарҙы үрсетеү, апитерапиялағы яңылыҡтар, умартасылыҡта ҡулланылған яңы технологиялар хаҡында һүҙ барҙы.
11 / 12 / 2017 169
Баш ҡаланың Киров районында полицейскийҙар пиротехника кибетенән урлашыусыларҙың эҙенә төштө
Уғрылыҡ осрағы тураһында  Киров районының 3-сө полиция участкаһына 26 йәшлек кибет хеҙмәткәре хәбәр итә. Уның әйтеүенсә, сауҙа үҙәгенән тәүҙә 30, һуңынан 20 мең һумлыҡ тауар юғала. Оператив саралар һөҙөмтәһендә енәйәттә ғәйепләнеүселәр ҡулға алына.
11 / 12 / 2017 205
Студенттар араһында сәйәси дебаттар
Баш ҡаланың юғары уҡыу йорттарында һәм республика филиалдарында белем алыусы йәштәр һүҙ көрәштереүҙә ярышты.
11 / 12 / 2017 208
Уҙған ял көндәрендә Пермдә милли көрәш буйынса Рәсәй чемпионаты үтте
Ярышта илдең  30 төбәгенән 160 спортсы бил алышты. Башҡортостан йыйылма командаһы был юлы үҙенең иң көслө спортсылары менән сығыш яһай алманы. Сөнки бер нисә тапҡыр ил чемпионы исемен яулаған Альберт Рәхмәтуллин хәҙер икенсе төбәк өсөн сығыш яһаһа, Артур Зөлҡәрнәев бөтөнләй ярыштарҙан ситтә ҡалды.
11 / 12 / 2017 206
Өфөлә шыршы баҙарҙары ай аҙағына тиклем дауам итә
Баш ҡалала йәшел ҡупшыҡайҙарҙы 100 -гә яҡын майҙанда һатып алырға мөмкин. Ҡала хакимиәте эшҡыуарҙар өсөн сауҙа урындарын билдәләгән. Ҙур сауҙа үҙәктәрендә һәм урамдарҙа 92 баҙар эшләйәсәк.
11 / 12 / 2017 216
Башҡорт халыҡ эпостары мәңгеләштерелә
Республика халыҡ ижады үҙәге Мәҙәниәт министрлығының берлектәге  проекты сиктәрендә башҡорт сәсәндәре традицияһын дауам итеүселәр эпостарҙан өҙөктәр башҡара. Был проектта башҡорт ауыҙ-тел ижадының ҡомартҡыһы «Урал батыр» эпосына ла ҙур урын бирелә.
11 / 12 / 2017 195
Быйыл 11 ай эсендә республикала 9 меңгә яҡын эшсе ҡыҫҡартылған
Улар 500-ҙән ашыу предприятие һәм ойошмаға ҡарай.  Бер аҙнала ғына Өфөлә йәшәүсе  372 кеше хеҙмәт урынһыҙ  ҡалған, бер меңгә яҡыны тулы булмаған эш режимына күсерелгән. Был  предприятиеларҙың етештереү күләме түбәнәйеү менән аңлатыла.  
11 / 12 / 2017 172
АҘНА ЯҢЫЛЫҠТАРЫ. Өфөнөң Көнсығыш ҡапҡаһы 2018 йылда төҙөлә башланыуы ихтимал
Был турала Рөстәм Хәмитов Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев  менән осрашыуҙан һуң белдерҙе. Эшсе осрашыу Мәскәүҙә уҙған «Рәсәй транспорты» халыҡ-ара форумы сиктәрендә үтте.
10 / 12 / 2017 235
АҘНА ЯҢЫЛЫҠТАРЫ. Төбәктәрҙә коррупцияға ҡаршы дәүләт сәйәсәтен камиллаштырыу мотлаҡ
Сөнки урындағы үҙидара хеҙмәткәрҙәре араһында хөкөм ителеүселәр ҙә бар. Был турала  Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич Өфөлә, закондар сығарыу органдары ассоциацияһы ултырышында белдерҙе.  
10 / 12 / 2017 250
АҘНА ЯҢЫЛЫҠТАРЫ. Ярҙамға «Меркурий» килә
Донъяның иң ҡиммәтле ресторандарында стейк биргәндә малдың ҡайҙа үҫеүе, нимә ашатып һимертелеүе, ҡайҙа һәм ҡасан һуйылыуы тураһында сифат сертификатын да күрһәтәләр. Йәғни, заказ биреүсе ит киҫәгенең тыуғандан алып тәрилкәгә килеп ятҡан мәленә тиклем тарихын өйрәнә ала. Тиҙҙән был мөмкинлек беҙҙә лә барлыҡҡа киләсәк. Дөрөҫ ресторандарҙа түгел, ә мәгәзин кәштәләрендә ятҡан ит тураһындағы мәғлүмәтте белеп буласаҡ. Тиҙҙән  бит ветеринар күҙәтеү электрон форматҡа күсә. «Меркурий» тип аталған системала ауыл хужалығын етештереүсе барлыҡ предприятиелар, күмәртәләп һатыу базалары һәм магазиндар теркәлергә тейеш. Шул рәүешле иттең тере сағында мөңрәгәнме йәки мыяулағанмы икәнен белергә мөмкин буласаҡ. Киләһе йылдың 1 ғинуарынан. Әҙерме хужалыҡтар был яңылыҡҡа һәм нимә вәғәҙә итә Меркурий?
10 / 12 / 2017 193

Страницы: 1 2 3 4 5 ... 728 След.
Яңылыҡтар календары

Яндекс.Метрика