Баш ҡалала сираттағы финанс пирамидаһы ябыла 10.12.2014

«Өфөкредит» ҡулланыусылар кооперативына аҡса һалып алданыусылар һаны  дүрт меңгә яҡын, уларҙан йыйылған 600 миллион һум аҡса елгә осҡан.

Баш ҡалала йәшәүсе Роза Миңлеғәле ҡыҙы ете йыл элек ғүмере буйы йыйған аҡсаһын «Өфөкредит» ҡулланыусылар кооперативына алып барып һала. Көн һайын радионан дүрт биш тапҡыр бирелгән иғланға ышанырлыҡ та ине шул ти. Хаҡлы ялға сығып олоғайған көнөндә йорт һатып алып ауылда йәшәргә тигән хыялын тормошҡа ашырырға уйлаған ханым алтын тауҙар вәғәҙә иткән ойошмаға 300 мең һум аҡсаһын илтеп тапшыра. Эльвира Шәйемова, Роза Зарипованың ҡыҙы: «Өфөкредит» 2002 йылда ойошторола. Кооператив ике йылдан һуң киң мәғлүмәт саралары аша иғлан биреп клиенттар туплай башлай. Йылына 25-тән 70 процентҡа тиклем дивиденттар вәғәҙә итә». Өфөлә йәшәүсе Мөхәмәтзакир Муканаев ошо уҡ финанс пирамидаға ярты миллион аҡсаһын һалған. Тәүге йылдарҙа ойошма ысынлап та, проценттар бирә. Кооперативты ойоштороусылар бик хәйләкәр эш итә. Яҡшы имидж эшләп алғас ҡына ойошма ҡапыл 2007 йылда үҙен банкрот итеп иғлан итә. Аҡсаһын юғалтыусылар суд артынан судҡа йөрөй. Ҡарарҙар улар файҙаһына сығарылыу менән, бер кем дә пирамида батшаларын ябай халыҡҡа аҡсаһын кире ҡайтартырға мәжбүр итә алмай. «Өфөкредит» ҡулланыусылар кооперативына аҡса һалып алданыусылар һаны дүрт меңгә яҡын, ә йыйылған сумма 600 миллион тирәһе. Финанс пирамидаһын төҙөүҙә ҡатнашыусыларҙың 10 проценты республиканан булһа, ҡалғандары баш ҡаланан. Өфөлә йәшәүселәрҙең береһе өс фатирын һатып 15 миллион һум аҡсаһын һалған. Валерий Шәрипов, юрист: «Финанс институттарының юғары проценттар менән түләү вәғәҙә итеүе үк кешеләрҙе һиҫкәндерергә тейеш. Банктар менән сағыштырғанда, процент ставкалары бер нисә тапҡырға артығыраҡ икән, аҡса һалыусыларға уны юғалтыу янай. Аҡсаның страховкаланыуы ла шарт. Быйылдан Үҙәк банк финанс ойошмаларын күҙәтеүҙе үҙ өҫтөнә алды. Кооперативтың реестр исемлегенә ингәнме юҡмы икәнен дә тикшерергә кәрәк». Әле реестрҙағы клиенттар менән ойошманың булған мөлкәтен һатып иҫәпләшеү бара. Реестрға инеп өлгөрмәүселәргә бер тин дә түләнмәй. Ундайҙар ҙа байтаҡ. Уларға Башҡортостан республикаһының вкладсылар һәм акционерҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса ижтимағи-дәүләт фондына мөрәжәғәт итергә генә ҡала. Рөстәм Йосоп улы әйтеүенсә, аҡсаһын юғалтыусылар араһында үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар ҙа, ауырыуға һабышыусылар ҙа күп. Ә пирамида хужалары иректә. Рәшәткә артында бер аҙ ултырып та сыҡҡандар. Бейек пирамиданан тау-тау ҡағыҙҙар ғына тороп ҡалған. Арбитраж идарасы әйтеүенсә, кооперативтың эшмәкәрлегенә тиҙҙән нөктә ҡуйыласаҡ. Илебеҙ егерме йылдан ашыу баҙар иҡтисады шарттарында йәшәй. Тап ошо осорҙа финанс пирамидалары күбәйҙе. Халыҡ аҡса йыйып юғары проценттар менән ҡайтарырға вәғәҙә итеүселәр тоҙағына эләгергә генә тора. Ә еңел юл менән кеше иҫәбенә байырға теләүселәр артҡандан-арта. Был осраҡта кемделер ғәйепләү ҙә мөмкин булмаған эш. Алтын тауҙарға өмөт итеп ярыҡ ялғаш эргәһендә ҡалмаҫ өсөн Пушкин әкиәтен иҫтә тотоу ҙа етә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика