Баш ҡалала бөгөн ҡышҡы йәрминкәләр эшләне

Баш ҡалала бөгөн ҡышҡы йәрминкәләр эшләне 19.11.2016

Башлыса ит тәҡдим итеүсе хужалыҡтарҙың продукцияһы Ленин районының Солтанов урамы эргәһендә урынлашҡан  Трамвай ҡулсаһы янындағы майҙанда һатыуға сығарылды. Ауыл фермерҙары ҡала халҡына сифатлы ит тәҡдим итеп ҡулаҡса эшләү мөмкинлегенә эйә булды.

Миәкә районы Айыт ауылында йәшәүсе Зөбәйеровтар малсылыҡ менән ун биш йылға яҡын шөғөлләнә. Уларҙың шәхси хужалығында башлыса эре мөгөҙлө мал һәм күпләп ҡош-ҡорт та аҫрала. Фермерҙар район хакимиәте саҡырыуы буйынса Өфөлә ойошторолған йәрминкәләрҙә һәр ваҡыт әүҙем ҡатнаша. Уларҙы юлдарҙағы  боҙлауыҡ та, буран да, ҡышҡы һалҡындар ҙа ҡурҡытмай.
Илдар Бәхтиәров һөнәре буйынса  әммә ул ауыл хужалығының малсылыҡ тармағын һайлаған. Бер һыйырҙан  башланған ғаилә фермаһы алты йыл эсендә 150 башҡа тиклем еткән. Бөгөн уңышлы эшҡыуар һөт һәм ит продукцияһын һатыуға сығарып, ярайһы килем ала. Уңған фермер әлеге ваҡытта дәүләт ярҙамы юлларға документтар тултыра.
Өфөнөң Ленин районында ойошторолған ит йәрминкәһе хаҡында халыҡ киң мәғлүмәт саралары һәм «Сарафан» радиоһы аша белгән. Ҡалала йәшәүселәр экологик яҡтан таҙа, сифатлы ит алып ҡалыу маҡсатында иртә менән баҙарға килгән. Бындай йәрминкәләр хаҡтарҙың ҡала баҙарынан, супермаркеттағыларҙан  юғары булмауы һәм ташламалар алыу мөмкинлеге менән дә айырыла.
Рузилә Ғабдуллина йәрминкәгә тотош ғаиләһе менән килгән. Улар  егерме йыл дауамында ит етештерә. Ике тиҫтә йыл эсендә малсылыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙең продукцияһы менән ҡала халҡы яҡшы таныш.
Иртә менән ғаиләңде,балаларыңды туҡландырыу өсөн кәсеп һәм алыш-бирешкә юлланыу Изге Ҡөръәндә лә хуплана.Сифатлы ит үҫтереп,ҡала халҡына уртаса баҙар хаҡтары менән тәҡдим итеүсе йүнселдәргә ауыл хужалығы йәрминкәләре ҡулаҡса эшләү өсөн уңайлы. Бөгөнгө йәрминкәне ойоштороусылар ҙа төпкөл ауылдарҙы йәшәп күпләп мал тотоусы хужаларҙы йәрминкәләрҙә әүҙемерәк ҡатнашырға саҡыра.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку