Балыҡ бар, тик тоторға ярамай

Балыҡ бар, тик тоторға ярамай 19.05.2015

Павловка һыуһаҡлағысында эш алып барыусы эшҡыуарҙар  бер йыл инде кәсебен туҡтатып торорға мәжбүр. Лицензия буйынса эшләгән йүнселдәр, тейешле рөхсәт ҡағыҙҙары ала алмай. Эшҡыуарҙар аңлатыуынса, һыуһаҡлағыс өсөн яуаплы федераль һәм төбәк власть органдары үҙ-ара килешә алмай. Һөҙөмтәлә тармаҡ зыян күрә.

Тормошон йылғаһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмаған Данис Павловка һыуһаҡлағысында егерме йылға яҡын эшләй. Ул ҡуртымға алынған участкаһында ял итеүселәрҙе ҡабул итә, экскурсиялар ойоштора. Ҡунаҡтарын бында үрсегән балыҡ менән һыйлай. Урындағы экологияны һаҡларға ла тырыша. Мәҫәлән, әле, балыҡ ыуылдырыҡ сәскән мәлдә браконьерҙар әүҙемләшә, Данис иһә балыҡ тотоуҙан тыйылып тора.
Ләкин махсус режимдан тыш та, Данис һәм тағы 200-ләгән эшҡыуар һыуһаҡлағыста балыҡ тотоуҙан мәхрүм. Легаль эшмәкәрлек алып барыусы балыҡсылар инде бер йыл тейешле лицензия ала алмай. Быға бәйле кәсептәре зыян күрә.
Республиканың төньяғында Павловка  һыуһаҡлағысы иң танылған ял итеү урыны тиергә лә була. Йыл һайын меңәрләгән кеше бында мәшәҡәттәрҙән арынырға, һаулығын нығытырға килә. Урындағы халыҡ та туризм менән көн итергә күнеккән. Тик хәҙер Павловканың ял итеү тармағына хәүеф янай. Балыҡ тотоуҙы тыйыу урындағы эшҡыуарҙарҙың төп бәкәленә һуға.
Хаҡлы ялға сығып тыуған яҡтарына ҡайтҡан һәм бында шәхси эшҡыуар булараҡ эш башлаған Евгений Кузнецов лицензия булмау бәләкәй эшҡыуарлыҡты юҡҡа сығарыуы бар тип иҫәпләй. Йүнсел Павловка ауылында балыҡ ыҫлау цехы асҡан, үҙенең бригадаһы ла бар.
Евгений Кузнецов, шәхси эшҡыуар: «Элек беҙ «Башкиррыбхоз» менән килешеү төҙөп эш итә инек. Һәр кәсеп итеүсегә балыҡ тотоу өсөн участка беркетелә, был рәүешле йылғаның хужаһы булды, хәлебеҙҙән килгәнсе браконьерҙар менән дә көрәштек, балыҡтарҙы арттырырға тырыштыҡ. Эш урындары ла бар ине. Ә хәҙер мөлкәтте һатырға уйлап торам».
Евгений Кузнецов аңлатыуынса, 2013 йылға тиклем Павловка һыуһаҡлағысында ике ҙур кәсеп участкаһы булған. Аҙаҡ Рәсәйҙең ауыл хужалығы министрлығы һыуһаҡлағысты бәләкәйерәк участкаларға бүлергә тигән ҡарар ҡабул итә. Эште алып барыусы республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы тәҡдим иткән тәүге проект экспертиза үтмәй, һөҙөмтәлә балыҡсыларҙы лицензиялау туҡтатыла. Һәм  йыл самаһы ваҡыт үткәндән һуң әле ведомство мәсьәләне хәл итеү юлында.
Камил Бирғәлиев, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының йәнлектәрҙе һаҡлау бүлеге секторы мөдире: «Павловка һыуһаҡлағысының яңынан бүленгән кәсеп участкалары сиктәре балыҡ тотоу буйынса федераль агентлығы тикшереүен үтте. Бер нисә айҙан беҙ уларҙы асыҡ конкурсҡа сығарасаҡбыҙ».
Ҡыҙғанысҡа, хәл эшҡыуарҙарға ғына зыян килтереп ҡалмай. Халыҡ урындағы баҙарҙа балыҡҡа хаҡ артыуын билдәләй. Тыйыуҙарға ҡарамаҫтан, кәсебен дауам итеүсе браконьерҙар конкуренция кәмеүенән файҙаланып, хаҡтарҙы күтәргән. Һыуһаҡлағыс менән бер учреждение ғына идара итһә, бәлки бындай хәл булмаҫ та ине...
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку