Балалар баҡсаһына компенсацияға справка йыйыу ваҡыты 1 июлгә тиклем оҙайтыла

Балалар баҡсаһына компенсацияға справка йыйыу ваҡыты 1 июлгә тиклем оҙайтыла 18.04.2017

Был туралағы ҡарар бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтенең Президиум ултырышында белдерелде. Ташламаға документтар туплау срогын оҙайтыу бурысын Республика Башлығы  үткән аҙналағы  тура эфир барышында,  ишле бала тәрбиәләүсе Ғәтиәтуллиндар ғаиләһенең мөрәжәғәтенән  һуң  ҡуйғайны.  

Ғәтиәтуллиндар дүрт бала тәрбиәләй, уларҙың икәүһе балалар баҡсаһына йөрөй. Ишле ғаилә өсөн быйыл  мәктәпкәсә учреждениеға ташламаларҙың бөтөрөлөүе аяҙ көндө йәшен һуҡҡан һымаҡ була. Әммә хәҙер  мохтаждарға ташламаларҙы кире ҡайтарыу мөмкинлеге бар, тик  документ йыйырға кәрәк, ә ваҡыт иҫәпле генә.
Рәфҡәт Ғәтиәтуллин Республика Башлығына һәр ата-әсәне борсоған ошо һорауҙы бирҙе лә инде. Һөҙөмтәлә Рөстәм Хәмитов ташламаға справкалар йыйыу ваҡытын оҙайтырға ҡушты.Хәбәрсе.  
Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтенең Президиум ултырышында компенсацияға документ йыйыу ваҡыты 1 июлгә тиклем тип билдәләне.  Ул беренсе балаға 20, икенсеһенә 50, өсөнсөһөнә  һәм артабан 70 процент күләмендә, аҡсаға әйлндергәндә тәүге  306, 765,  1071 һум.  Әммә ғаиләнең килеме кеше башына  яҡынса  12 мең ярымдан артмаҫҡа тейеш. Табыш тураһындағы справка социаль яҡлау үҙәгенә тапшырыла,  мохтажмы, юҡмы икәне асыҡланғандан һуң  балалар баҡсаһына.
Йөклө ҡатындар, инвалид бала тәрбиәләүселәр, мәшғүллек үҙәгендә иҫәптә тороусыларға ташлама яһала.   Льготалы  категорияға ҡараған 40 мең тирәһе  ғаилә был исемлеккә  автоматик рәүештә инә. Элек компенсация мәктәпкәсә учреждениеға тыуыу тураһында таныҡлыҡ тапшырып ҡына алына ине. Яңы талаптар буйынса  ташламанан  райондарҙа 5 меңдән ашыу, ҡалаларҙа 17 меңгә яҡын ғаилә төшөп ҡала.
Компенсация  алыуҙың үҙ шарттары ла бар. Ата-әсәнең береһе булһа ла рәсми эшләргә һәм үҙ мохтажлығын справкалар менән иҫбатлай алырға тейеш. Көндөҙгө бүлектә уҡыған студенттар ҙа ташламаға дәғүә итә ала, ә бына эшләмәүселәргә компенсация бирелмәй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика