Балаҡатай районы тимерҙән сүкелгән изделиелар етештереү баҙарында ныҡлы урын яулап бара 06.10.2016

Эшҡыуар Вениамин Ужегов асҡан цех 3 йыл эсендә республиканың төньяҡ-көнсығышында ғына түгел, күрше өлкәләрҙә лә танылыу яулаған. Йүнсел эш башлап ебәргәндән бирле заказдар арта ғына. Быға тәү сиратта Балаҡатай тимерселәренең оҫталығы сәбәпсе.

Тимерҙе ҡыҙыуында һуҡ, тигән әйтемде тимерселәрҙән дә яҡшыраҡ кем белһен? Шуға ла Александр эшен етеҙ башҡарырға күнеккән. Күҙ асып йомған арала ул тимер сыбыҡтарҙы 100 градусҡаса ҡыҙҙырып, уларҙы кәрәкле формала бөгөп тә ҡуя. Тап ошо элементтарҙы бергә тоташтырғандан һуң семәрле ҡапҡалар, матур ҡоймалар килеп сыға ла инде. Художестволы сүкеү оҫтаһы сәғәтенә йөҙҙән ашыу ошондай әҙерләмәләр эшләп өлгөрә. Александр фекеренсә, яҡшы тимерсе 3 талапҡа яуап бирергә тейеш.  
Александр һәм уның тағы ике иптәше Балаҡатайҙағы шәхси тимерлектә эшләй. Уртаҡ хеҙмәт юлдарын улар 2011 йылда башлаған, һәм шунан бирле меңдән ашыу сүкелгән әйбер етештергән. Заказдар райондан ғынан түгел, күрше Силәбе, Свердлов өлкәләренән дә килә. Иң үтемлеһе, әлбиттә, ҡапҡа һәм ҡоймалар.
Тимер изделиелар етештереү эшендә айырым иғтибар деталдаргә бүленә. Мәҫәлән ,ҡапҡа тулыһынса йыйылғандан һуң, ошо рәүешле иретеп-йәбештереү йөйҙәре йышыла. Был матурлыҡтан тыш, кешеләрҙе йәрәхәттәрҙән һаҡлау өсөн дә кәрәк. Сөнки үткер тимергә эләгеп, ҡулыңды йә бармағыңды киҫеү бер ни ҙә тормай.
Тимерселеккә эшҡыуар Вениамин Ужегов эшһеҙ ҡалғас килә. Хеҙмәт биржаһына учетҡа торған саҡта уға үҙ эшен башлауға субсидия алырға тәҡдим итәләр. Вениамин, икеләнеүҙәрен еңеп, үҙенә оҡшаған сүкелгән изделиелар етештереү цехы асып ебәрә.
Вениамин Ужегов, шәхси эшҡыуар: «Эш башлаусы эшҡыуар программаһы буйынса миңә 200 мең һум субсидия бирелде. Был аҡсаға йөк автомобиле һатып алып, заказдар ҡабул итә башланыҡ. Шулай итеп, мин кесе бизнес вәкиленә әйләнеп киттем».
Бөгөн Вениамин Ужегов һәм уның хеҙмәткәрҙәре кешеләргә тимерҙең үҙенсәлекле матурлығын бүләк итә. Улар етештергән әйберҙәр ысын мәғәнәһендә сәнғәт өлгөһө. Кәсеп йүнселгә матди хәлен яҡшыртыу мөмкинлеге лә бирә. Ғаиләң етеш йәшәгәндә, үҙең яратҡан эшең менән шөғөлләнгәндә тағы нимә теләйһе ҡала? Тик миллиондар яратҡан телеканалдың оҙаҡ йәшәүен. Бер көн эсендә Балаҡатай тимерселәре Башҡортостан телевидениеһына ошондай үҙенсәлекле бүләк эшләп тә ҡуйҙы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика