Баҙарҙағы йәшелсә-емеш ныҡлы тикшереү үтәме?

Баҙарҙағы йәшелсә-емеш ныҡлы тикшереү үтәме? 20.10.2015

Телеп тәмләп ҡарау өсөн был ҡарбуз урталай бүленгән. Күреүегеҙсә, күгәрсендәр кешеләрҙән алдараҡ өлгөргән. «Үҫемлектәр карантины» тураһындағы законға ярашлы, һатыу өсөн аҙыҡ-түлек алған эшҡыуар был турала тейешле органдарға хәбәр итергә тейеш. «Россельхознадзор», йәғни ауыл хужалығын тикшереүсе ойошма белгесе килеп тикшереү үткәргәс кенә ул магазин йә баҙар кәштәләренә сығарыла. Ырымбурҙан ҡарбуз тейәп килгән машина тикшереү үтә. Кузовҡа һалам түшәү үрҙә әйтелгән законды боҙоу тип һанала.

Эмиль Биктимеров, «Россельхознадзор» ойошмаһы инспекторы: «Йөктөң аҫтына һалам түшәргә ярамай. Карантин исемлегендәге сүп үләндәренең уның менән ҡушылып төрлө сир таратыуы ихтимал. Ырымбурҙан килтерелгән ҡарбуз хужаһына ҡарата протокол төҙөләсәк».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку