Баһаланмаған бизнес

Баһаланмаған бизнес 22.08.2017

Социаль эшҡыуарлыҡты әле тап шулай атарға мөмкин. Башҡортостанда  был тармаҡта йүнселдәрҙең  ни бары ике проценты ғына шөғөлләнә. Киләсәктә социаль хеҙмәт күрһәтеүселәр һанын арттырыу күҙ уңында тотола. Был йәһәттән республикала ҙур эшмәкәрлек алып барыла. Баш ҡалала социаль йүнселлекте  үҫтереү  мәсьәләләренә арналған конференция үтте. Форум барышында социаль хеҙмәтләндереү өлкәһен шәхси ҡулдарға тыпшырыу, йүнселдәргә ярҙам күрһәтеү механизмдары барланды.

Сабый күҙ йәшендәй таҙа диңгеҙ, тулҡын тауышы, күҙҙең яуын алырлыҡ күренеш. Ә аяҡ аҫтында тоҙло ап-аҡ ҡом. Әйтерһең дә Багама утрауҙарында. Ләкин быларҙың барыһы ла ни бары Благовещен йортарының береһендә урынлашҡан. Шулай ҙа тоҙло шахта диңгеҙ шифаһынан бер ҙә ҡалышмай, ти дауаланыусылар.
Хәбәрсе. Тоҙло шахта тын алыу юлдарын таҙартыу, вируслы ауырыуҙарҙан һуң сәләмәтлекте тергеҙеү, үпкә сирҙәрен профилактикалауҙа ярҙам итә. Ләкин махсус тоҙ менән көпләнгән бүлмәләрҙе тик медицина учреждениеларында һәм шифаханаларҙа ғына осратырға мөмкин. Благовещенда асылған тоҙ шахтаһын киң йәмәғәт файҙалана алырлыҡ  тәүге дауалау учреждениеһы тиергә мөмкин.
Руслан Шәйхуллин, социаль эшҡыуар: «Благовещен ҡалаһы бит нефть заводтары, химия предприятиеларына бай. Шуға ла халыҡ бында зарарлы һауаны күберәк һулай. Тын юлдарын, үпкәне таҙартып алыу мотлаҡ. Һәр кемдең бит шифаханаларға йөрөү мөмкинлеге юҡ».
Тоҙло шахтаға тиҙҙән балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре лә йөрөй башлаясаҡ. Уларға процедуралар ташлама менән . Социаль эшҡыуарлыҡ та бит килем алыуҙы тәүмаҡсат итеп ҡуймай. Иң мөһиме социаль йөкләмәр үтәлеше. Бәлки шуғалыр ҙа әле был бизнес төрөнә йүнселдәр бик ылығып бармай.
Ольга Панчихина, Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы рәйесе: «Социаль бизнес өлкәһе әле буш тиерлек. Сөнки халыҡ уның мөмкинлектәрен белмәй әле. Өлкән йәштәгеләргә хеҙмәт күрһәтеү менән генә сикләнмәй ул. Эшҡыуарлыҡтың был төрөн мәғариф, медицина, спорт һәм башҡа бик күп тармаҡтарҙа ойоштороу мөмкин. Һәм был мөмкинлектәр киңәйә генә . Сөнки дәүләт социаль өлкәнең шаҡтай ҙур өлөшөн  шәхси ҡулдарға тапшырыу яҡлы».
Социаль эшҡыуарлыҡҡа йүнселдәрҙе йәлеп итеү өсөн Хөкүмәт төрлө ташламалар тәҡдим итә. Был өлкәлә эш башлаусыларға  2020 йылға тиклем һалымдан азат итеү, административ кәртәләрҙе алып ташлау, ҡануниәтте ябайлаштырыу кеүек ылыҡтырғыс шарттар булдыра. Шулай ҙа бәләкәй эшҡыуарлыҡ был өлкәгә әле шикләнеп ҡарай. Социаль өлкәнең инновация үҙәге хеҙмәт күрһәтеүҙе бизнес кимәленә күтәреү,тармаҡты үҫтереүҙе тотҡарлаған ҡаршылыҡтарҙы барлап хәл итеү юлдарын эҙләне.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку