Бүздәк районының Иҙәшбаш ауылынан Туғай ауылына тиклем асфальт һалыу тамамланыу алдында

Бүздәк районының Иҙәшбаш ауылынан Туғай ауылына тиклем асфальт һалыу тамамланыу алдында 15.10.2017

Бығаса урындағы халыҡ яҙлы-көҙлө интегеп йәшәгән, яуым-төшөмдән һуң ике араны внедорожникта, йәки йәйәүләп кенә үтергә мөмкин була.

Бүздәк районының иң хәүефле юл участкаларының береһен хәҙер танырлыҡ та түгел,-ти урындағы халыҡ. Юлһыҙлыҡ мәсьәләһенән бигерәк тә оҙаҡ йылдар Иҙәшбаш ауылында йәшәүселәр йонсоған. Былтыр "Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше" федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә бында төҙөкләндереү эштәренең башланыуы - барыһы өсөн дә ҡыуаныслы яңылыҡ була. Күрше ауылдар - Яңы Сабай менән Туғайға юл асыла.

Хәҙер автоһәүәҫкәрҙәр внедорожниктарҙан еңел машинаға күсә башлаған. Әйткәндәй, федераль программа буйынса Иҙәшбаштан Туғай ауылына тиклем барлығы өс саҡрым 600 метрлыҡ ара төҙөкләндерелә.

Муниципаль кимәлдәге мөһим биләмәлә төҙөкләндереү эштәре алып барылыуы Иҙәшбаш ауылы халҡының йәшәү шарттарын күпкә яҡшыртыр тип көтөлә. Кем белә, юл булғас, бәлки, урында социаль объекттар ҙа төҙөлә башлар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку