Бөйөк кенәздәр, күскенселәр тәңкәләре

Бөйөк кенәздәр, күскенселәр тәңкәләре 01.02.2018

Бөгөн Башҡортостандың Милли музейында Һамар коллекционеры Владислав Студеникиндың «Рәсәй аҡсалары тарихы» шәхси күргәҙмәһе асылды. 25 йыл буйы йыйылған коллекцияла 1200-ҙән ашыу тәңкә һәм банкнота иҫәпләнә. Күргәҙмә ҡунаҡтары Алтын Урҙа, бөйөк кенәзлектәр, Петр батша заманындағы аҡсаларҙы күрә ала.

Ҡытайҙа рус хәрефтәре менән аҡса сығарғандар. Уларҙа тотош донъя тарихы. Ниндәйе генә юҡ ?! Иң беренсе рус тәңкәһе тимер киҫәген хәтерләтә.  Ул ваҡытта йәнлек  тиреһе йә башҡа әйберҙәр менән иҫәпләшеү бөтөп аҡса ҡулланлышҡа инә башлағас, уның баһаһы ҙур булған. Был тәңкәгә өс һыйыр һатып алып булған. Экскурсия үткәреүсе Владислав Студеникин күргәҙмәләге һәр экспонат тураһында сәғәттәр буйы һөйләй ала.
Күргәҙмәгә тәҡдим ителгән банкнота һәм тәңкәләрҙе ул 25 йыл дауамында туплаған. Ҡайһыһын Интернет аша аукционда  һатып алған,  осраҡлы табып алғандары ла булған. Ә  шөғөлгә  малай сағында ҡыҙыҡһыныу уянған.
Владислав Студеникин, коллекционер: «Алтынсы синыфта уҡығанда  йортобоҙ  башында иҫке тәңкә табып алдым. Һәм шунан башланды ла инде  аҡса йыйыуым. Туғаным менән элекке аҡсаларҙы эҙләп  иҫке йорттарға инә инек, иҙән аҫтымы, ҡайҙа аҡса ятыуы мөмкин, бөтә ерҙән эҙләнек. Тотош хазинаға юлыҡҡан саҡтар ҙа булды».
Күргәҙмәлә Алтын Урҙа заманынан беҙҙең көндәргә тиклем ҡулланылышта булған  1200 банкнота һәм тәңкә ҡуйылған. Коллекционер билдәләүенсә, уларҙың 99 проценты төп нөхсәлә.  Экспозицияла Рәсәй Империяһының айырым ҡалалары һәм губерналары аҡсалары, Колчак армияһы һәм  хатта, НКВД-ның хеҙмәт лагерҙарында йөрөгән  аҡсаларҙы күрергә була.  
Нумизматика менән шөғөлләнеүсе билдәләүенсә, банкноталарға ҡарап дәүләттең иҡтисадын өйрәнергә мөмкин. Улар ҙур, төҫлө, ижад әҫәрен хәтерләтһә, был дәүләттең үҫеш юлында булыуын күрһәтә.
Мирон Хәлитов, күргәҙмәгә килеүсе: «Хәҙерге ҡағыҙ аҡса горизонталь, бында вертикаль яһалғандары ла бар. Элек аҡсалар ҙур булған».
1991 йылда СССР тарҡалғас, Үҙәк банк үҙаллы структураға ҡарай һәм быға яуап итеп аҡсала ваҡытлы хөкүмәт гербын - ике башлы  батша бөркөтө һынын һуға башлай. Билдә беҙҙең көндәргәсә Рәсәй аҡсаһында һаҡланып килә. Һамар коллекционеры күптәрҙең хыялын тормошҡа ашырған. Әммә был байлыҡты ул маҡтаныу өсөн түгел, ә фәһемле һәм файҙалы маҡсатта ҡуллана.  
Владислав Студеникиндың шәхси күргәҙмәһе Республика Милли музейында  18 мартҡа тиклем эшләй.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку