Бөтә донья сифат көнө уңайынан «Рәсәйҙең  иң яҡшы 100 тауары» конкурсының төбәк этабына йомғаҡ яһалды 17.11.2014

Ошо уңайҙан «Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» номинацияһында еңеүселәр билдәләнде.

Предприятиелар «Етештереү-техник тәғәйәнләнештәге», «Сәнәғәт, аҙыҡ, халыҡ кәсептәре  тауарҙары» номинацияларында ҡатнашты. Улар араһында 37 ойошма «Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» конкурсында лауреат, 52 предприятие дипломант тип табылды. Баһалама ағзалары еңеүселәрҙе тауарҙың  сифаты, хаҡы һәм халыҡта ихтыяж менән файҙаланыу кимәленә ҡарап билдәләгән.
Рәсәй кимәлендә ойошторолған бәйгелә быйыл Башҡортостан  89 төр продукция тәҡдим итеп,  46 предприятие еңеүсе тип табылған. Улар араһында борондан ҡалған файҙалы эсемлек -  талҡан етештереүсе йәмғиәт тә бар. Предприятие милли аҙыҡты  һатыуға бер нисә йыл элек сығарған.  70 төрлө сирҙән дауа тип һаналған милли аҙыҡҡа бөгөн ихтыяж юғары, тип бүлешә продукцияны етештереүселәр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика