Бөтә донъя сифат көнөндә Башҡортостандың сифат өлкәһендә уңыш ҡаҙаныусылары асыҡланды

Бөтә донъя сифат көнөндә Башҡортостандың сифат өлкәһендә уңыш ҡаҙаныусылары  асыҡланды 09.11.2017

«Рәсәйҙең иң яҡшы  100 тауары» программаһы илебеҙҙә 1998 йылдан бирле тормошҡа ашырыла. Республикала  үткән төбәк этабы «Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙарын» асыҡлауҙы маҡсат итеп ҡуйҙы.  Был конкурсты Башҡортостан буйынса стандартлаштырыу, метрология һәм тикшереүҙәр өлкәһендәге дәүләт үҙәге ойоштора.

Абруйлы Рәсәй конкурсы ойошторолоуға -  20 йыл. Техник тәғәйенләнештәге продукция, халыҡ өсөн сәнәғәт, аҙыҡ -түлек тауарҙары,етештереү-техник хеҙмәттәре номинацияларында 46 предприятие еңеүсе тип табылды. 89 төрлө тауар етештереүсе һәм хеҙмәт күрһәтеүселәргә  лауреат дипломдары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Башҡортостандан  4 предприятие «Йөҙ алтын» предприятие исемлегенә индерелеп, махсус диплом менән баһаланған, 6 предприятие етәксеһе – «Сифат өлкәһендәге уңыштары өсөн» махсус билдә менән бүләкләнгән.  
Егерме йыл эсендә 300-ҙән  ашыу предприятие сифатты арттырыуға тос өлөш индергән. Был конкурс  яҡшы һәм сифатлы эшләүселәргә  федераль кимәлдә лә танылыу өсөн дә ҙур аҙым. Быйыл студенттар араһында ла «Стандартлаштырыу, метрология һәм талапҡа тура килеү» өлкәһендә конкурс етди була. Беренсе урынды Өфө авиация -техник университеты студенты - Гүзәл Латипова яуланы. Халыҡты хеҙмәтләндереүселәр  араһында  күрһәткән сифатлы эше өсөн «Салауат» ательеһы генераль директоры «Сифат өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн» билдәһе менән бүләкләнде.
Гүзәл Латипова, стандартлаштырыу, метрология һәм талапҡа тура килтереү өлкәһендә республика конкурсы еңеүсеһе: «Мин үлсәү сығанаҡтарында калибровка ысулын тикшерҙем. Был фәнни эште мин күңел биреп башҡарҙым».
Зоя Демина, «Салауат» ательеһы генераль директоры, «Рәсәйҙең иң яҡшы йөҙ тауары» конкурсы дипломанты: «Хеҙмәтеңде бөтә стандарттарҙы һәм техник талаптарҙы үтәп, яратып башҡараһың икән, заказсыларың да һинән ҡәнәғәт булып ҡала. Беҙ киләсәктә лә бөгөн яулаған  юғары кимәлде  төшөрмәҫбеҙ тип уйлайым».


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку