Бөрйән районында туризм үҫешенә арналған кәңәшмә  үтте 14.04.2017

Башҡортостан Хөкүмәте, төрлө  ведомство вәкилдәре, төбәк райондары хакимиәттәре башлыҡтары  индустрия мәсьәләләрен  барланы. Бөрйән районында әле 6 турист базаһы эшләп килә. Ял итергә килеүселәр йылдан-йыл арта. Хозур тәбиғәт мөйөшөнә йылына 45  мең тирәһе кеше  ағыла.

Ҡунаҡханалар төҙөлә, инфраструктура яҡшыртыла. Әммә, был тәңгәлдә кире күренештәр ҙә юҡ түгел. Тармаҡ  үҫеше өсөн тәү сиратта «Иҫке Собханғол-Мораҡ»  юлын  тәртипкә килтерергә кәрәк. Был Күгәрсен һәм Көйөргәҙе райондарына ла туристарҙы йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк. Шулай уҡ электр линиялары, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары  мәсьәләһе лә көнүҙәк ҡала. Сарала Башҡортостан Хөҡүмәте,  Бөрйән, Күгәрсен, Көйөргәҙе райондары  һәм  «Юлбарыҫ» туристик фирмаһы араһында «Бөрйән» турист-рекреация кластеры тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика