Бөрөлә заманса ҡала мөхите

Бөрөлә заманса ҡала мөхите 17.07.2017

Ҡалала уңышлы эшләгән программа сиктәрендә 14 ихата алды һәм бер  парк төҙөкләндереләсәк. Өс бригаданан торған төҙөүселәр Интернационал, Гагарин урамдарында ихата алдарын төҙөкләндерә башлаған.

Бында бордюрҙар ҡуйыла, һыу аҡһын өсөн махсус уйымдар эшләнә һәм иң мөһиме, парковка урындары булдырыла. Проектта ҡатнашырға егерме биш йорттан ҡырҡ биш ғариза алынған. Улар араһынан 14 йортта йәшәүселәрҙең ғаризаһы ҡәнәғәтләндерелгән. Тиҙҙән халыҡ  бөтә уңайлыҡтары булған урамдарҙан йөрөйәсәк.

Эргә-тирәләге йорттарҙа йәшәүселәр төҙөүселәрҙең әүҙем эшмәкәрлегенән һәм ихата алдары күркәмләнеүенә шат. Элегерәк улар еңел автомобилдәрен ҡайҙа етте шунда ҡалдырып китһә, яҡын арала бөтә ерҙә тәртип һәм бөхтәлек буласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика