Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа яңы мөмкинлектәр

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа  яңы мөмкинлектәр 06.04.2015

Бөгөн Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығына ҡараған  эксперт советы ағзалары  һатып алыуҙар өлкәһендә закондарҙың ҡулланылышын тикшерҙе.

Ултырышта бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре,  тикшереү-күҙәтеү органлары белгестәре ҡатнашты. Осрашыуҙа билдәләнеүенсә, әлеге ваҡытта   йүнселдәргә ярҙам күрһәтелмәй тип әйтеп булмай. Әммә  төрлө программалар ғәмәлгә ашырылыуға ҡарамаҫтан ҡануни документтарҙа аңлашмаусанлыҡтар бар. Мәҫәлән, аукциондарҙағы талаптарҙы   ҙур предприятиелар ғына йырып сығырлыҡ.  Эшҡыуарҙар әйтеүенсә, лоттарҙы артыҡ ҙурайтыу кәрәкмәй. Икенсенән, ҡеүәтле предприятиеларҙың бәләкәй  фирмаларҙы үҙ ҡанаты аҫтына һыйындырыу алымы бар. Әммә күп ойошмалар  мөмкинлеге булһа  ла  яуаплылыҡ алырға тырышмай.  Ултырышта, ошо йүнәлештәге эшмәкәрлекте лә камиллаштырырға тәҡдим ителде.  Осрашыуҙың резолюцияһы Башҡортостан Хөкүмәтенең  көрсөккә ҡаршы комиссияһына тапшырыласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку