Бәләбәйҙә моноҡалаларҙы үҫтереү программаһы буйынса биш инвестиция проекты ғәмәлгә ашырыласаҡ

Бәләбәйҙә  моноҡалаларҙы үҫтереү программаһы  буйынса биш инвестиция проекты ғәмәлгә ашырыласаҡ 21.01.2017

Ҙур сәнәғәт предприятиеһы булған һәм  социаль-иҡтисади хәле  шул ойошмаға  бәйле ҡалалар моно иҫәбенә инә. Был бәйлелекте бөтөрөү һәм яңы эш урындары булдырыу буйынса  Рәсәйҙә проект эшләп килә.  Фондтың етәксеһе Ирина Макиева кисә Бәләбәйҙә һөт комбинатында булып  халыҡ менән осрашты.

Башҡортостанда  етештерелгән һөттән әҙерләнгән сыр үҙенең тәме һәм сифаты менән күптән Рәсәй баҙарын яуланы. Һуңғы йылдарҙа уның төрҙәрен арттырыу буйынса комбинатта ентекле эш алып барыла. Хәҙерге көндә  ҡулланыусыға 18 сортлы сыр тәҡдим ителә. Комбинатта тәүлегенә 55 тонна сыр етештерелә.  
Тимур Ғилмийәров, Бәләбәй һөт комбинатының инвестициялар буйынса үҫеш етәксеһе: «Һөт комбинатында модернизация бара, беҙ 400 миллион һум тотондоҡ, тағы 2 миллиард һум йәлеп итеү ҡаралған. Яңы аппарат линияһы астыҡ, сыр һаҡлау камераһы һәм башҡа уңайлыҡтар булдырылды.Комбинатта 600 тирәһе кеше эшләй».
Бәләбәйҙә һөт комбинаты «Автонормаль» заводынан ҡала халыҡты эш менән тәьмин итеү буйынса  икенсе урынды биләй. Заводта хәл тотороҡло түгел. Һөҙөмтәлә, сәнәғәт предприятиеһына күҙ терәп торғандарға эшһеҙ ҡалыу ҡурҡынысы ла янай. Башҡортостанда ошондай хәлдәге ҡалалар дүртәү - Бәләбәй,  Күмертау, Нефтекама, Белорет. Бәләбәй  2014  йылда  моно ҡала тип танылды.
Азат Сәхәбиев, Бәләбәй ҡалаһы хакимиәте башлығы: «Ҡаланы 2020 йылға тиклем үҫтереү планын һәм биш инвестиция проектын тормошҡа ашырыу буйынса республика башлығы менән килешеүгә ҡул ҡуйылды. Бәләбәй социаль-иҡтисади үҫеш майҙаны булараҡ танылды һәм ул программаға ярашлы, бәләкәй  эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә лә  мөмкинлектәр тыуҙырыла».
Монҡалаларҙы үҫтереү буйынса эшсе төркөм етәксеһе Бәләбәйҙәге һөт комбинаты эшмәкәрлеге менән танышты. Ирина Макиева илдең баш ҡалаһында тик Бәләбәй сырын ғына һатып алыуы тураһында белдерҙе. Муниципалитет башлыҡтары, урындағы дәүләт учреждениеларында эшләүсе һәм шәхси эшҡыуарҙар менән осрашыуҙа  ҡаланы үҫтереү юлдары билдәләнде. Программа буйынса  яңы эш урындары асыусыларға түбән процентлы займдар биреләсәк, һалым буйынса ла льготалар ҡаралған.
Ирина Макиева, Внешэкономбанк  рәйесе урынбаҫары, моноҡалаларҙы үҫтереү буйынса эшсе төркөм етәксеһе: «Рәсәйҙә моноҡалалар иҫәбе 300 ҙән 500 гә тиклем. Уларҙың тотороҡлоғо миҙгелгә бәйле лә үҙгәрә. Әлегә беҙ 319 -ын билдәләнек һәм ике йыл дауамында тап ошо ҡалаларҙың хәлен яҡшыртыу өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ».
Программаға ярашлы, Бәләбәйгә  фонд 400 миллион һум аҡса бүлә,  ул ҡала  инфраструктураһын яҡшыртыуға тотонола, ҡалған - 7 миллиардтан ашыуы инвесторҙар иңенә төшә. Әйтергә кәрәк, инвесторҙар бөтәһе лә республиканыҡы. Ҡалала йорт ҡуяндары үҫтереү фермаһы төҙөлә, һөт комбинаты һәм «Автонормаль» заводы модернизациялана, тағы ике сәнәғәт  ойошмаһы барлыҡҡа килә. Быйылдан старт алған проект Бәләбәйҙә ике мең ярым яңы хеҙмәт  урыны  булдырыуға йүнәлтелгән. Әле урында меңгә яҡын эшһеҙ иҫәпләнә. Ҡаланың 8-се урта мәктәбендә лә  төҙөкләндереү эштәре тамамланыу алдында. Тимәк, халыҡҡа тыуған ерендә йәшәп, эшләп һәм балалар тәрбиәләүгә мөмкинлектәр асыла.



Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку