Бөгөндән Өфөлә электр транспортына хаҡтар артты

Бөгөндән Өфөлә электр транспортына хаҡтар артты 01.12.2014

Хәҙер пассажирҙарға трамвайҙа йәки троллейбуста бер тапҡыр йөрөү өсөн ҡул аҡсаһы менән элекке  12 һум урынына 15 һум түләргә тура киләсәк. Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, юл хаҡының артыуы экологик күҙлектән таҙа электр транспортының уңайлығын яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк.

Электрон пластик карта буйынса юл йөрөү хаҡы үҙгәрешһеҙ - 12 һум күләмендә ҡала. Шулай уҡ быға тиклем һатып алынған карталарҙы алыштырыу ҙа талап ителмәй. Бынан тыш, төрлө тариф пландары, уҡыусылар, студенттар һәм льготалы категориялы граждандарға иҫәпләнгән айлыҡ абонементтар юл йөрөү хаҡын кәметеүгә йүнәлтелгән. Тарифтар үҙгәреүгә ҡарамаҫтан, Өфөлә электр транспорты хаҡы Рәсәйҙең башҡа ҡалалары менән сағыштырмаса иң арзаны булып ҡала. Мәҫәлән, Ҡазан һәм Түбәнге Новгород ҡалаларында трамвай-троллейбусҡа билет хаҡы - 20, Екатеринбургта 21 һум тора.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку