Бөгөндән "Башнефть" бензин ҡойоу станцияларында яғыулыҡҡа хаҡ арты

Бөгөндән "Башнефть" бензин ҡойоу станцияларында яғыулыҡҡа хаҡ  арты 16.07.2016

Бынан ары, юғары ихтыяж менән файҙаланылған АИ-92 -  34 һум 60, АИ-95 - 37 һум 80 тин тора.

Әлеге маркалар 50 тингә күтәрелгән.  Бынан тыш,  Атум 95-те  хәҙер - 38 һум 30, Атум- 92-не 35 һум 10 тингә һатып алырға мөмкин. Дизель яғыулығына хаҡ шул килеш һаҡланған. Республиканың төп бензин ҡойоу станцияларында һуңғы тапҡыр хаҡ июнь аҙағында күтәрелде. "Башнефть" компанияһынан хәбәр итеүҙәренсә, үҙгәрештәр донъя баҙарында бензинға биржа хаҡтарының даими артып тороуы  менән бәйле.  Шулай ҙа "Башнефть" компанияһының барлыҡ станцияларында ла  акция буйынса бензинды осһоҙораҡ хаҡҡа һатып алырға мөмкин. 25 литрҙан күберәк бензин ҡойған осраҡта хужаға өс процент ташлама яһала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку