Бөгөндән автогражданлыҡ яуаплылығын мотлаҡ страховкалауҙа үҙгәрештәр индерелде

Бөгөндән автогражданлыҡ яуаплылығын мотлаҡ страховкалауҙа үҙгәрештәр индерелде 01.04.2015

Рәсәйҙең 11 төбәгендә төбәк коэффициенты күтәрелә, 11-ендә киреһенсә түбәнәйә. Башҡортостанда ул  үҙгәрешһеҙ ҡала. Ә 12 апрелдән Рәсәйҙә   автогражданлыҡ яуаплылығын мотлаҡ страховкалау ҡиммәтләнә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр  11 октябрҙән юл-транспорт ваҡиғаһында милеккә килгән зыянды ҡаплау өсөн иң юғары хаҡ 120 меңдән 400 меңгә күтәрелгәйне. Был юлы тимер атта йөрөүселәрҙең ғүмерен страховкалауға  хаҡ арта. Ул 160 мең һумдан  500 мең һумға тиклем күтәрелә.

Александр Свинухов, «Резонанс» Башҡортостан страховка компанияһының бүлек етәксеһе: «Долларға хаҡ менән еңел автомобилдәрҙең запас частаре лә ҡиммәтләнде. Ул база коэффициенты үҙгәрешенә килтерҙе.  Автогражданлыҡ яуаплылығын мотлаҡ страховкалау ике этапта үтә. Закон  12 апрелдә үҙ көсөнә инә.  Еңел автомобилде страховкалауҙың хаҡы  алтмыш процентҡа  тиклем арта».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика