Бөгөн республиканың иң ҙур финанс структураларының береһе - «Социнвестбанк» эшләй башларға тейеш ине

Бөгөн республиканың иң ҙур финанс структураларының береһе -  «Социнвестбанк»  эшләй башларға тейеш ине 03.08.2015

Ләкин дата алтынсы августҡа күсерелде. Аҡсаһын алырға өмөтләнгән халыҡ банк эргәһендә шаулауын дауам итә.  

Хаҡлы ялдағылар пенсияһыҙ ҡалған, эшҡыуарҙар хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләй алмай, күптәр йылдар буйы йыйған аҡсаһын юғалтырға ҡурҡа. Банк хеҙмәткәрҙәре лә ябылыу сәбәбен аңлатмай. 27-се июлдән бирле ишектәрҙә банк шул көндө эш башлай тигән мәғлүмәттәр генә алмашына.
Һуңғы йылдарҙа банк халыҡтан әүҙем аҡса йыйған,  кредиттар бирмәгән. Учреждение фонды - 10 миллиард һумға етә - был республикала йәшәүселәр депозиты. Банкты махсус рәүештә бөлгөнлөккә төшөргәндәр, тигән фекер ҙә бар. «Социнвестбанк» идараһы етәксеһе Сергей Тоболин лицензияһынан ҡолаҡ ҡағыусы банктарға ҙур суммаға кредит биргән. Бөлгөнлөккә төшкән финанс учреждениелары бурысты кире ҡайтара алмаған. Һөҙөмтәлә «Социнвестбанк»та финанс ҡытлыҡ барлыҡҡа килгәс, учреждениеның эшмәкәрлеге туҡтатыла.
Рөстәм Ахунов, иҡтисад фәндәре кандидаты: «Һуңғы ваҡытта банк алып барған операциялар шикләндерә. Сөнки кредитлау маҡсатҡа ярашлы үтәлмәгән, күрәһең, банк ниндәйҙер икенсе төрлө маҡсатта эш алып барған. Минең уйлауымса,  тейешле органдар был операцияның  асылын асыҡлар».
Белгестәр әйтеүенсә, аҡсаларын был банкта һаҡлаусыларға борсолорға кәрәкмәй. Сөнки вклад страховкаһына ярашлы, һәр клиент  миллион 400 мең һумға тиклем аҡсаһын кире ҡайтара аласаҡ. Эксперттар шулай уҡ ҙур сумма һалған физик шәхестәр ҙә финанстарын юғалтмаҫ, тип ышандыра
Ә банкты әгәр ҙә Рәсәй үҙәк банкы ярҙам итһә санация, йә иһә банкротлыҡ көтә. Әлегә белгестәр аныҡ ҡына фараз бирергә ашыҡмай. Ә клиенттар 6 августа банк ишектәрен асыр тип өмөтләнә. Әгәр ҙә дата тағы ла үҙгәртелһә, халыҡ ҡаршылыҡ акцияһына сығырға йыйына.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку