Бөгөн республика матурлыҡ салондары өсөн иң килемле көн булғандыр

Бөгөн республика матурлыҡ салондары өсөн иң килемле көн булғандыр 08.03.2016

Байрамда тағы ла гүзәлерәк булырға ынтылған ҡатын-ҡыҙҙар оҫталарҙан зауыҡлы прическа яһата. Был юҫыҡта ҡалала йәшәүселәргә әллә ҡайҙа йөрөргә түгел, бөҙрәхана, косметология үҙәктәре аҙым һайын. Ауылдағыларға ғына ауырға төшә. Шулай ҙа был исемлеккә Белорет районы Тирлән ауылы халҡы инмәй.

Рәсилә Дилмөхәмәтова үҙен бәхетле тип иҫәпләй, ул йәшәгән йорт эргәһендә генә бөҙрәхана урынлашҡан. Ханым матурлыҡ үҙәгенең даими клиенты. Байрамда махсус ташламалар булғанға күрә, сират та ҙур. Тирлән ауылында йәшәүселәр утыҙ саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Белорет ҡалаһына йөрөгәнсе, урындағы оҫталарға барыуҙы хуп күрә.
Бөҙрәханала ике парикмахер эшләй. Уларҙың ҡулдары бер ҡасан да арыу-талыу белмәҫ кеүек. Сәс ҡырҡыу, буятыу, бөҙрәләтеүҙән тыш, бында ҡаштарҙы матурлау, биттәрҙе таҙартыу кеүек хеҙмәттәр ҙә күрһәтелә. Айырым заманса косметология кабинеты булдырылған, ҡиммәтле ҡоролмалар һатып алынған. Салон етәксеһе Людмила Маркина ауылдаштарын хеҙмәтләндереү идеяһын ун биш йыл элек тормошҡа ашыра. Башта эшҡыуар урындағы емерек йортто ҡуртымға ала, һәм уны төҙөкләндерә. Артабан бизнес-план төҙөп, дәүләттән өс йөҙ мең һум субсидия ала.
Людмила Маркина, бөҙрәхана етәксеһе: «Ауылда бөҙрәхана асыу , эш башлау ауыр булды, әммә маҡсатыма ирештем тип иҫәпләйем. Әле капиталь ремонт эшләргә йыйынабыҙ. Иҙәндәрҙе алмаштырырға, һыу үткәрергә кәрәк. Пландар күп, сығымдар бушҡа булмаясаҡ. Клиенттарға уңайлы булһын тип тырышабыҙ. Минеңсә, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн иң мөһиме - мөхәббәт һәм беҙ гел матурлыҡҡа ынтылырға тейешбеҙ».
Ауыл халҡы урында тәҡдим ителгән косметология процедуралары менән даими ҡулланмай, бында башлыса сәс ҡырҡтырырға киләләр. Бөҙрәхана күрше ауылдарҙан да даими клиенттарын булдырған. Оҫталар һәр кемгә яҡшы мөғәлләмәлә булырға тырыша. Кеше лә өҙөлмәй. Матурлыҡ үҙәгенең ишеген көнөнә тиҫтәнән ашыу кеше аса. Беҙҙең ижади төркөм дә маҡтау һүҙҙәренең ысын булыуына инанды.
Был прическаны миңә яҡынса егерме минут эсендә яһанылар. Һөҙөмтәнән ҡәнәғәтмен. Баш ҡалалағы матурлыҡ салондары менән сағыштырғанда, бындағы хаҡтар яҡынса ике тапҡырға арзаныраҡ.
Иң матур ҡатын-ҡыҙҙар Тирләндә йәшәй тиһәләр, аптырамағыҙ. Был, ысынлап та, хаҡ һүҙҙәр. Үҙ эшен белеп башҡарған парикмахерҙар алтын ҡулдары менән клиенттарына яҡшы кәйеф кенә түгел, сәләмәтлек тә бүләк итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку