Бөгөн Рәсәй социаль страховкалау фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе хеҙмәт урынында йәрәхәтләнгән граждандарға автомобиль асҡыстары тапшырҙы

Бөгөн Рәсәй социаль страховкалау фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе хеҙмәт урынында йәрәхәтләнгән граждандарға автомобиль асҡыстары тапшырҙы 04.05.2017

2001 йылдан старт алған программа буйынса меңдән ашыу «ҡорос ат» үҙ хужаһын тапҡан.

Әҡсән Нуриев өр-яңы автомобиленә ҡыуана. Рәсәй социаль страховкалау фондының төбәк бүлексәһе май байрамдары алдынан уға  ҙур бүләк яһаны. Сәнәғәттә ҡаты йәрәхәтләнеп, артабан донъя көтөргә үҙеңдә көс табыу ҙа ҙур  еңеүгә тиң. Әҡсән Әсхәт улы 1995 йылда  Илеш районы асфальт-бетон заводында иретеп йәбештереүсе булып эшләгәндә ҡаты бәләгә тарый. Уҙамандың ғүмерен табиптар  ҡотҡарып ҡала.
Рәсәй социаль страховкалау фондының төбәк бүлексәһе ярҙамында барлығы 16 кеше махсус йыһазландырылған автомобиль хужаһы булды, уларҙың 15-е дәүләт программаһы буйынса машинаһын икенсегә йәки өсөнсөгә  яңыртты. Нефтекама ҡалаһынан Эльмир Шакиров әйтеүенсә,  транспорт сараһы ете йыл һайын яңыртылып тора.  Ул үҙе 2001 йылда йәрәхәтләнгәс кенә, водитель таныҡлығы алырға була.
Рәсәй социаль страховкалау фонды тарафынан  мөмкинлектәре сикләнгәндәргә күп яҡлы ярҙам күрһәтелә. 2016 йылда сәнәғәттә йәрәхәтләнеүселәргә социаль, медицина һәм профессиональ реабилитация сығымдарын ҡаплауға ғына 209 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған.
Мохтаждарға махсус автомобиль асҡыстарын май аҙағында һәм июнь айында ла тапшырыласаҡ ти фонд етәкселеге. Унда республика район-ҡалаларынан илле кешене бүләкләү ҡаралған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку