Бөгөн Рәсәйҙә Европа берлеге, Австралия, Канада, Америка Ҡушма Штаттары һәм Норвегияла етештерелгән айырым аҙыҡ-түлек төрҙәрен илгә индереүҙе сикләүгә бер йыл

Бөгөн Рәсәйҙә Европа берлеге, Австралия, Канада, Америка Ҡушма Штаттары һәм Норвегияла етештерелгән айырым аҙыҡ-түлек төрҙәрен илгә индереүҙе сикләүгә бер йыл 06.08.2015

Ил хөкүмәте көнбайыш илдәрҙә ҡабул ителгән иҡтисади санкцияларға ошондай аҙым менән яуап бирҙе. Эксперттар билдәләүенсә, был үҙгәрештәр Рәсәй тауар етештереүселәренә йәшел юл асты. Республиканың аҙыҡ-түлек баҙарында ла үҙебеҙҙә етештерелгән тауарҙар артты. Әлбиттә, эмбаргоға ингән илдәр продукцияһы Рәсәйгә үтеп инмәй, тип әйтеп булмай. Тыйылған аҙыҡ төрҙәре конфискацияланып юҡ ителә. Ҡаршы санкцияларға бер йыл тулған көндө беҙҙең ижади төркөм баш ҡала баҙарҙарының береһенә рейдҡа сыҡты.

Шулай уҡ Көньяҡ Американан килтерелгән мандарин, слива ла бар. Йөҙөм Төркиәнән, ҡарбуз менән ҡауын Үзбәкстандан. Ә инде йәшелсәләр үҙебеҙҙеке - Башҡортостан продукцияһы. Һатыусылар әйтеүенсә, емеш-еләктәрҙең барыһы ла эмбарго исемләгенә инмәгән илдәрҙән килтерелгән. Тыйылған аҙыҡтар араһында һөт ризыҡтары ла бар. Сырҙы миҫалға алғанда, сауҙа кәштәләрендә тик үҙебеҙҙең төбәк ризыҡтары. Ғүмерен сауҙа өлкәһенә арнаған Зилә Ғимкәева урындағы халыҡтың Ватан етештереүселәренә өҫтөнләк биреүен билдәләй. Сифат йәһәтенән генә түгел, урында етештерелгән аҙыҡ-түлек хаҡы яғынан да отошло, ти ул.
Ит продукцияһына ҡарата тыйыуҙар ҙа Ватан индустрияһына ҡарата үҙ һөҙөмтәһен бирҙе, ти һатыусылар. Сауҙаға ит менән бер рәттән колбаса, сосиска кеүек продукциялар күпләп сығарыла башланы.
Башҡортостандың диңгеҙ, ҙур йылғаларҙан алыҫ булыуын иҫәпкә алғанда, балыҡ бығаса сит илдәрҙән килтерелде. Хәҙер уларҙы Алыҫ көнсығыштан ебәрелгәне алмаштырҙы. Быны урындағы эшҡыуарҙарға йәшел ут асылыуы, конкурентлыҡтың түбәнәйеүе менән аңларға мөмкин. Былтыр урындағы халыҡ санкцияларға ҡарата шикләнеү белдергәйне. Оҙаҡҡа бармаҫ тип уйлаусылар ҙа, ҡәтғи ҡарарҙың күптән ҡабул итеү кәрәклеген белдереүселәр ҙә булды. Теүәл бер йыл үтте.
Иҡтисад өлкәһе белгестәре, бер йыллыҡ һынауҙы уңышлы үтеү, аҙыҡ-түлеккә инфляцияның күҙәтелмәүен билдәләй. Иҡтисад фәндәре кандидаты Рөстәм Ахунов урындағы ризыҡтарға хаҡ күтәрелеүе менән бигүк килешеп етмәй.
Рөстәм Ахунов, БДУ-ның иҡтисад, финанс һәм эшҡыуарлыҡ институты директоры:
«Дөйөм алғанда, санкция ыңғай һәм кире ҡараш тыуҙырҙы. Иң элек Ватан етештереүселәре продукция күләмен арттырҙы. Шул иҫәптән, республика иҡтисад баҙарына үҙ аҙыҡ-түлектәрен тәҡдим итә алды. Тыйылған ризыҡтарҙы тулыһынса алмаштырмауы, хаҡтарҙың артыуы, әлбиттә, кире йоғонто яһаны. Шулай ҙа, ризыҡҡа хаҡ күтәрелеүен, был тыйыуҙарға ҡайтып ҡалмай. Ул валюталар курсына бәйле».
Әйткәндәй, көнбайыш илдәренә ҡарата санкциялар тағы бер йылға оҙайтылды. Тимәк, урындағы продукция тағы эшен көйләтәсәк әле.
Рәсәйгә шулай уҡ Голландия сәскәләренә лә шлагбаум ябылды. Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса улар илгә тик лаборатория экспертизаһы тикшереүенән һуң ғына үтә ала. Был ҡарар унынсы августан үҙ көсөнә инә. Ведомоствонан хәбәр итеүҙәренсә, тыйыу илде фитосанитар мөхитте һаҡлау йәһәтенән ҡабул ителгән.
Шул уҡ ваҡытта республика халҡы санкциялар менән тыйылған аҙыҡ-түлек һатыусылар тураһында хәбәр итә ала. Волга буйы транспорт прокуратураһы бының өсөн махсус элемтә бәйләнеше ойошторған, шылтыратыуҙар аноним буласаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ил президенты Владимир Путин санкциялар ҡағылған продукцияны таможняларҙа ғына түгел, дәүләт буйынса юҡҡа сығарырға тигән указға ҡул ҡуйғайны. Вазифаны үтәү таможня хеҙмәткәрҙәре менән санитар табиптарға йөкмәтелде. Һөҙөмтә бар. Бөгөн мәҫәлән, Белгородта эмбарго иленә ингән сырҙың 10 тоннаһы юҡ ителде.
«ҠЫҘЫУ БӘЙЛӘНЕШ» 2015 ЙЫЛДЫҢ 1 СЕНТЯБЕРЕНӘ ТИКЛЕМ ЭШЛӘЙ
ТЕЛЕФОНДАР: 8 (831) 248-83-37, 244-98-76.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку