Бөгөн Краснодар крайында «Сочи-2014» халыҡ-ара иҡтисади форум асылды

Бөгөн Краснодар крайында «Сочи-2014»  халыҡ-ара иҡтисади форум асылды  19.09.2014

Уның эшендә беренсе тапҡыр Ҡырым вәкилдәре лә ҡатнаша. Рәсәйҙең яңы төбәге  сараға 79 миллиард һумлыҡ 28 инвест проект тәҡдим итә.  Мәртәбәле форумға Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы ла килгән. Форумда  республиканың үҫеше, инвестиция проекттары һәм төбәктә инновациялар үҫеше күрһәтелгән  Башҡортостан  күргәҙмәһе лә ойошторолған. Унда республика предприятиелары ҙур урын алған: форумда ҡатнашыусыларға улар үҙҙәренең продукцияһын һәм хеҙмәтен күрһәтә, инновация эшләнмәләре менән таныштыра.

Форумда ҡатнашыусылар санкциялар шарттарында Рәсәй төбәктәре үҫеше тураһында ла фекер алышты. Атап үткәндә, Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев төбәктәргә үҙ бюджеттарын тулыландырыу өсөн өҫтәмә махсус йыйыуҙар индереү тәҡдиме менән сығыш яһаны. Ҡаҙнаны йәмәғәт туҡландырыуы,  такси һәм туризм  менән байытырға мөмкин.
«Сочи-2014»  форумы быйыл 13-сө тапҡыр ойошторола. Унда Рәсәйҙең 74 төбәге һәм 37 сит ил делегациялары ҡатнаша. Сара үҙ эшен 21-се сентябрҙә тамамлай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку