Бөгөн халыҡ йәнә «Социнвестбанк» эргәһендә йыйылды

Бөгөн халыҡ йәнә «Социнвестбанк» эргәһендә йыйылды 04.08.2015

Осрашыу был юлы ла  уңышһыҙ тамамланды. Пикетта ҡатнашыусыларға полиция хеҙмәткәрҙәренән тыш, банктан бер кем дә сыҡманы. Банк етәкселегенән һаманғаса аңлатма юҡ. Клиенттар өсөн ишектәр ябыҡ. Телефонға ла яуап бирмәйҙәр. Ни бары ишектәге ҡағыҙҙың даталары ғына үҙгәрә.

Техник сәбәптәргә һылтанып ябылған банк эшмәкәрлеген алтынсы августа асағы тураһында хәбәр итә. Коммерция ойошмаһында эш тынған тип әйтеп булмай, хеҙмәткәрҙәр банктың автомобиль парковкаһы аша инеп-сығып йөрөй. Кабинеттарҙа электр утының яҡтылығы ла асыҡ күренә.
«Социнвестбанк»тың төп офисы алдынан полиция хеҙмәткәрҙәре китмәне лә тиерлек. Сараһыҙҙан яуап эҙләп килгән халыҡты кире бороп ҡайтарҙы. Әлегә белгестәр аныҡ ҡына фараз бирергә ашыҡмай. Ә клиенттар 6 августа банк ишектәрен асыр тип өмөтләнә. Әгәр ҙә дата тағы ла үҙгәртелһә, халыҡ йәнә ҡаршылыҡ акцияһына сығырға йыйына.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку