Бөгөн хөкүмәт президиумы баш ҡаланың көнсығыш ҡапҡалары төҙөлөшө буйынса межалау проектын раҫланы

 Бөгөн хөкүмәт президиумы баш ҡаланың көнсығыш ҡапҡалары төҙөлөшө буйынса межалау проектын раҫланы 01.08.2017

Документ тоннель һәм ике юл үткәргес буласаҡ урында ер бүлеү эштәре менән шөғөлләнеү мөмкинлеге бирә. Төҙөлөш тулы ҡеүәтенә ярты йылдан башланырға тейеш.

М5 һәм М7 федераль  трассаларын берләштереүсе юлды төҙөү күптән түгел Санкт-Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында хәл ителде. Уны финанслауҙы ВТБ 24 банкы үҙ өҫтөнә алды һәм проекттың хаҡы 74 миллиард һумға баһалана.  Әйткәндәй, тәүге күҙаллауҙар буйынса көнсығыш юлын сафҡа индереү 30 миллиард һум булыр тип көтөлә ине. Күләмле проектты тормошҡа ашырыу Төркиә  компанияһына тапшырылды. Кисә Истамбулда Башҡортостан концессия компанияһы менән  Лимак төркөмөнә ҡараған йәмғиәт араһында төҙөлөш килешеүЕ төҙөлдө.
Президиум ултырышында Башҡортостанда фәнни эшмәкәрлек йүнәлеше лә билдәләнде. Ғилми эштәр республиканың социаль-иҡтисади хәленә ҡарап көйләнә һәм ул 21 йүнәлеш буйынса үҫешәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку