Бөгөн илдә иҡтисад көрсөгө хаким итеүгә ҡарамаҫтан, Бишбүләк районында бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү яйға һалынған

Бөгөн илдә иҡтисад көрсөгө хаким итеүгә ҡарамаҫтан, Бишбүләк районында бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү яйға һалынған 20.01.2016

Йыл да төбәктә бәләкәй предприятиелар арта. Район етәкселеге менән бергә кәңәшләшеп эшләгән йүнселдәр матди ярҙам алыуға ла өлгәшә.

Илмир Булатовтың оҫтаханаһын төбәктә белмәгән кеше юҡ. Айыт ауылының элекке ташландыҡ колхоз бинаһын яңыртып эш башлаған. Иртәнән ҡара кискә тиклем был урында тимер сүкегән тауыш өҙөлмәй. Оҫтаның ҡулында хатта, улар төрлө формаға инә.
Шөғөлөнә ул Себерҙән йөрөп ҡайтҡас ныҡлап тотона.  Һөнәре буйынса ул иретеп-йәбештереүсе. Шуға ла тимерсе эше уға еңел бирелә. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса республика маҡсатлы программаһында ҡатнашып ул кәрәкле техника һатып ала. Хәҙер төбәктең иң оҫта тимер сүкеүсеһе.
Ә күрше Ҡунаҡҡол ауылында иһә шлакоблок етештереү эше яйға һалынған. Эшҡыуар Рөстәм Йосопов был шөғөлгә уйламағанда тотона. Интернет аша тәжрибә туплап кәсепкә тотона. Әле предприятие тиҫтәләп төр төҙөлөш материалын етештерә.
Ә был шулай уҡ, күптән түгел Бишбүләк районының Усаҡ кисеү ауылында асылған икмәк бешереү цехы. Ул ҡасандыр төбәктә гөрләп торған "Коммуна" колхозы ашханаһында урынлашҡан. Үҙгәртеп ҡороуҙар осоронан бирле буш торған бинаны урында йәшәүсе Ләйлә Ғиззәтуллина үҙ ҡарамағына алып эште ҡабаттан тергеҙә.
Хәҙер бинанан тәүлек әйләнәһенә яңы бешкән икмәк еҫе өҙөлмәй. Әлеге ваҡытта бында 13 төр ҡамыр продукцияһы әҙерләнә. Ассортимент бер ишерәк булһа ла, заказдар күп. Икмәк-булкалар Бишбүләк районы ауылдарынан тыш, Миәкә, Әлшәй райондарына оҙатыла.
Шулай ҙа иң мөһиме урындағы халыҡты эш урындары менән тәьмин итеү, ти йүнселдәр. Урында йәшәүселәр эшенән дә, шөғөлөнән дә ҡәнәғәт.
Район хакимиәте һәм республика маҡсатлы программаһы ярҙамында Бишбүләк районында ике йыл эсендә тиҫтәләп яңы предприятие асылған. Йөҙҙәрсә яңы эш урыны булдырылған, ә продукцияһы менән төбәк йүнселдәре тотош республика район-ҡалаларын тәьмин итә. Эшҡыуарҙар райондың иҡтисади хәлен яҡшыртыуға ла үҙ өлөшөн индерә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку