Бөгөн Өфөлә «Йәй» сауҙа комплексы эргәһендә ит фестивале үтте

Бөгөн Өфөлә «Йәй» сауҙа комплексы эргәһендә ит фестивале үтте 17.12.2016

«Байрам» магазиндар селтәре «Таврос» ит компаняһы, Мәләүез ит комбинаты, Федоровка районының «Башҡорт ҡаҙы» предприятиелары йылдың иң төп сараһын аҙыҡ-түлек менән тәьмин иткән. Кәштәләр ит продукцияһы төрлөлөгәнән һығылып тора.

Ришат Ҡусҡаров, «Таврос» ит компанияһының раевка комбинаты директоры:  «Беҙ «Таврос» компанияһына ҡарайбыҙ.Ит фестивалендә икенсе йыл ҡатнашабыҙ. Саранан килгән табыштың 20 процентын хәйриә акцияларына мөмкинлектәре сикләнгән балаларға тапшырабыҙ».
Ит фестивалендә ҡатнашыусыларҙың георафияһы ла бай. Урал аръяғы, үҙәк өлөш, көнбайыш төбәктәр. Һәр етештереүсе өфөләргә сифатлы һәм экологик яҡтан таҙа ит һәм колбаса изделиеларын тәҡдим итә.
Кристина Лазарева, «Рощинский» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы менеджеры: «Беҙҙең агрохолдинг баҫыуҙан магазин кәштәһенә тиклем продукцияны үҙе етештереп һатыуға сығара. 15 тоннанан ашыу 200 төрҙән ашыу ризыҡты көн һайын һатыуға оҙатабыҙ».
Иглин районы Оло Тәләк ауылында йәшәүсе фермер Йоманғәле Дехкамбаев Альп кәзәләре менән һыйыр һөтөнән сыр етештерә. Ит фестивалендә беренсе тапҡыр ҡатнаша. Фермер фестивалгә килеүселәр менән сыр етештереүҙә үҙенең өс йыл тупланған тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Йүнсел Башҡортостан халҡына изге теләктә ҡала.
Башҡортостандың уҡыу курстары комбинаты стенды эргәһендә алма төшөрлөк тә урын юҡ. Унда билдәле шеф-повар Мария Машута сәк-сәк һәм бауырһаҡ бешереү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Халыҡ борондан байрам өҫтәлдәрен йәмләй торған ризыҡ әҙерләүселәрҙең һәр һүҙен йотлоғоп тыңлай.
Икенсе тапҡыр ойошторолған ит фестивале етештереүсе һәм һатыусы араһында хеҙмәттәшлек даирәһен киңәйтә. Тышта ойошторолған ит баҙарында ҡала халҡы етештереүсе ҡуйған хаҡҡа ҡош һәм башҡа төрлө ит продукцияһын һайлай алды.
Бөгөнгө ит фестивале Башҡортостандың иң көньяҡ нөктәһе - Федоровка районында эшләүсе фермерҙер сифатлы ит продукцияһын һатып, мул табыш сығарыу мөмкинлеген дә бирә.
«Мәрхәмәт» хәйриә фонды ҡатнашлығындағы «ит фестивале» форумы үҙ маҡсатына иреште. Эшҡыуарҙар хеҙмәттәшлек даирәһен арттырҙы. Ойштороусылар яҡын киләсәктә үҙебеҙҙә етештерелгән ит менән донъя баҙарын да яуларға уйлай. Фестивалгә килгән халыҡ төрлө күңел асыу сараларында ҡатнашты. Сауҙа килеменең егерме проценты мөмкинлектәре сикләнгән һәләтле балаларға Яңы йыл бүләктәре өсөн йүнәлтеләсәк. Ит фестивале йәкшәмбе18 декабргә тиклем эшләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика