Бөгөн Өфөлә социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы республика комиссияһы ултырышы үтте

Бөгөн Өфөлә социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы республика комиссияһы ултырышы үтте 20.12.2017

Кәңәшмә сиктәрендә «Рәсәйҙең юғары социаль һөҙөмтәле ойошмаһы» тигән Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы еңеүселәре тәбрикләнде.

Диплом һәм почет грамоталарын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов тапшырҙы. Еңеүселәр һәм призерҙар туғыҙ номинация буйынса  билдәләнде. «Эш урынында йәрәхәт алыуҙы һәм произ­водство өлкәһе ойошмаһында һөнәри ауырыуҙарҙы кәметеү» номинацияһында беренсе урынға «Газпром газ бүлеү Өфө» йәмғиәте, «Производство өлкәһенә ҡараған ойошмала социаль партнерлыҡты үҫтереү»ҙә Дүртөйлө ветеринар станцияһы, «Производство өлкәһенә ҡарамаған ойошмала сәләмәт тормошто ойоштороу»ҙа ҡарттар һәм инвалидтар өсөн Архангел районындағы йорт- интернат еңеү яуланы. Артабан кәңәшмәлә социаль-хеҙмәт мөнәсә­бәт­тәрен көйләү өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку