Бөгөн Өфөлә социаль эшҡыуарҙар һәм коммерция булмаған социаль йүнәлештәге ойошмаларҙың 3-сө республика форумы үтте

Бөгөн Өфөлә социаль эшҡыуарҙар һәм коммерция булмаған социаль йүнәлештәге ойошмаларҙың 3-сө республика форумы үтте 10.11.2017

Сарала  республика төбәктәрендә йәшәүсе йүнселдәргә бүләктәр тапшырылды, был тармаҡҡа килергә теләүселәргә оҫталыҡ дәрестәре,  түңәрәк  өҫтәлдәр ойошторолдо.  Яңғыҙ әсәйҙәр, инвалидтар һәм башҡа яҙмыш һынауына дусар булғандарҙы эшкә урынлаштырыу, халыҡҡа хеҙмәттәр күрһәтеү  йүнәлешендәге мәсьәләләр ҡаралды.

Өфөлә балалар аква үҙәге бынан ике йыл элек асылған, уны бер төркөм йәштәр ойошторған. Шәхси эшҡыуарҙар баш ҡалала ошондай өс үҙәк асыуға ирешкән. Бер бинаны ҡуртымға алыу ай һайын 60 мең һумға төшә,  йыһазландырыу һәм башҡа сығымдар күп, шулай ҙа йүнселдәр  ҡаршылыҡтар алдында баҙап ҡалмай. Үҙәктән кеше өҙөлмәй, тимәк был төр хеҙмәткә һорау ҙур.  
Рөстәм Насиров, балалар аква үҙәге директоры: «Өфөлә балалар өсөн  аква үҙәге асыу идеяһы күптән бар ине. Силәбеләге  дуҫым, хеҙмәттәшем менән уйланыҡ та, асырға ҡарар иттек, сөнки Башҡортостанда башҡа бындай  үҙәктәр юҡ. Йәш әсәйҙәргә семинарҙар үткәрәбеҙ, уларҙы өйрәтәбеҙ».
Бөгөн йәштәрҙең  башланғысы  социаль эшҡыуарҙарҙың  өсөнсө республика форумында диплом менән билдәләнде. Халыҡҡа төрлө хеҙмәттәр күрһәтеү йүнәлешендә үҙ эшен асыусыларға бүләктәр тапшырылды.
Социаль эшҡыуарлыҡ республикала әле тәүге аҙымдарын ғына яһай. Дәүләт  теләгән кешеләрҙе өйрәтергә, уҡытырға, эште  юлға һалырға булышлыҡ итә, ә бына аҡсалата ярҙам ҡаҙнала ҡаралмаған.
Вячеслав Ғиләжетдинов, Башҡортостан республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе: «Форум өсөнсө йыл ғына үткәрелә. Республикала социаль эшҡыуарҙарҙың  беҙ белгәне генә 200 тирәһе, ысынында,  әлбиттә улар тағы ла күберәк. Улар  Башҡортостандың  социаль өлкәһен инновациялау үҙәгендә ярҙам ала. Был тармаҡ әлегә  ҡануниәт менән нығытылмаған һәм шуға ла дәүләт аҡсалата ярҙам күрһәтә алмай, әммә уларҙың эшен яйға һалыу, өйрәтеү ҡаралған».
Был йәһәттән Благовещен ҡалаһы хакимиәте менән Благовещен арматура заводы эшмәкәрлеге өлгө булырлыҡ.  Урындағы власть менән завод социаль эш асыусыларға уңайлы  шарттар тыуҙыра. Предприятие конкурс үткәрә һәм лайыҡлыларға гранттар бүлә. Ошо рәүештә  ҡалала тоҙ шахтаһы эшләп килә. Әхмәтовтар ғаиләһе, балалар өсөн кейем-һалым тегеү менән шөғөлләнә, завод ойошторған  бәйгелә улар 200 мең һумлыҡ грант отҡан.
Социаль эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү Рәсәйҙә уҙған быуат башында барлыҡҡа килә башлаған һәм коллективлашыу заманында ул һүнеп ҡалған. Илдә  ике меңенсе йылдар башында уға  ихтыяж барлыҡҡа килде.  Белгестәр билдәләүенсә, социаль эшҡыуарлыҡҡа килеүселәр иң тәүҙә шуны аңларға тейеш- был өлкәлә тәүмаҡсат килем алыу түгел, ә мохтаждарға ярҙам итеү, халыҡҡа кәрәкле хеҙмәттәр күрһәтеү, ә дәүләт был тармаҡта үҙ йүгәнен уртаҡлашырға әҙер.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку