Бөгөн Өфөлә эшҡыуарлыҡ аҙналығы башланды

Бөгөн Өфөлә эшҡыуарлыҡ аҙналығы башланды 26.05.2015

Рәсәй эшҡыуарлыҡ көнөнә арналған форумда  республика район-ҡалаларынан, Пермь крайынан һәм башҡа төбәктәрҙән йүнселдәр, власть вәкилдәре, төрлө ойошмалар ҡатнаша. Аҙналыҡ сиктәрендә түңәрәк өҫтәлдәр, семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре  үткәрелә.

2010 йылдағы ҡоролоҡтан һуң ҡайын ағастары һары һыу ауырыуы менән сирләп  күпләп ҡорой башланы. Ҡыйғы районында йәшәүсе  Владик Заһиров уларҙы ҡырҡып күмер етештерә башлаған. Ул эшҡыуарлыҡта  егерме йылдан ашыу. Быға тиклем район  халҡына ритуаль  хеҙмәттәр күрһәтеү ойошмаһы тотҡан.  56 гектар ерҙә күп йыллыҡ үләндәр  ҙә үҫтерә. Ағас күмере етештереүгә яңыраҡ тотонған.
Етештереүҙән тыш, уны  артабан  һатыу, тауар әйләнеше булдырыу ҙа еңел мәсьәлә түгел.   Тәжрибәле йүнселдәрҙе лә, был өлкәлә тәүге аҙымдарын яһаусыларҙы ла артабан нисек эш алып барырға тигән һорау борсой.  Улар республикала барған эшҡыуарлыҡ  аҙналығы  сиктәрендә  Өфөгә  йыйылды.  Һуңғы йылдарҙағы көрсөк шарттарында күп кенә шәхси эшҡыуарлыҡ ойошмалары ябылған. Сарала ҡатнашыусылар килеп тыуған иҡтисади ауырлыҡтан сығыу,  тармаҡты үҫтереү юлдарын бергәләп барлай.
Аҙналыҡта уңышлы эшҡыуарҙарға төрлө номинациялар буйынса «Бизнес лидеры-2015» премияһы ла тапшырыла.  Сит төбәктәр менән бәйләнеште нығытыу мәсьәләләре лә ҡарала. Яңыраҡ  Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризмды үҫтереү буйынса дәүләт  комитеты Үзбәкстанға барып  ҡайтҡан.  Июндә Чесноковкала үзбәктәрҙең сауҙа йорто асыласаҡ. Улар  кизе-мамыҡ һәм башҡа тауарҙар тәҡдим итә.  Эш сәфәре менән барыусылар яҡын арала Үзбәкстанда ла Башҡортостандың сауҙа йортон асыу тураһында килешеү төҙөгән. Республика  нефть химияһы продукцияларын сығарырға әҙер. 100-ҙән ашыу фирма үҙ тауарын  һатырға  теләк белдергән.
Эшҡыуарлыҡ - иҡтисадты үҫтереүҙең бер тармағы. Ул  хөкүмәт ярҙамынан башҡа  киң ҡолас ала алмай. Проблемаларҙы уртаға һалып хәл итеү, тәжрибә уртаҡлашыу майҙаны  Өфөлә  өс көн дауам итә.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика