Бөгөн «Өфөкабель» заводының яңы корпусы файҙаланыуға тапшырылды

Бөгөн  «Өфөкабель»  заводының яңы корпусы файҙаланыуға тапшырылды 07.10.2016

Ул Дим биҫтәһендә урынлашҡан. Яңы бинаны туйлау Республика көнө алдынан уҙғарылыуы осраҡлы түгел, октябрҙә завод ойошторолоуға 75 йыл тула. Электр һәм йылытыу энергетикаһы, бәйләнеш, металлургия, нефть химияһы, төҙөлөш индустрияһы, автомобиль сәнәғәте һәм башҡа тармаҡ өсөн продукция эшләп сығарған завод киләсәктә «Роскосмос» менән тығыҙ бәйләнештә эш алып барырға  иҫәп тота.

Заводтың яңы корпусын асыу тантанаһына уның хеҙмәткәрҙәре, ветерандары  һәм Германия ,Италия, Финляндиянан   ҡунаҡтар   килгән. Яңы бинала етештереү кимәле ике тапҡырға артасаҡ, тимәк, продукцияны һатыу даирәһе лә киңәйә. Әле Өфөлә  етештерелгән  кабелдәр  Рәсәйгә һәм Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренә  һатыла.  Киләсәктә сит илдәр менән бәйләнеш булдырыу күҙ уңында тотола.
Яңы корпус дүрт гектарға яҡын ерҙе биләй. Кабель етештереү бында заманса технологиялар ярҙамында алып барыласаҡ. Нефть-газ сәнәғәте өсөн  һәм башҡа төр кабелдәр, сым, үткәргестәр - әле биш мең төр продукция эшләп сығарыла. Киләсәктә ассортиментты киңәйтеү һәм яңыларын  булдырыу менән шөғөлләнеү ҡаралған. Завод базаһында ошо йүнәлештә ғилми эш алып барыласаҡ. Донъя баҙары  сәнәғәт етештереүселәре алдында яңы талаптар ҡуя.
Яңы корпус тулыһынса заводтың үҙ инвестицияһына төҙөлгән. Бинаға ярты йыл эсендә күсенеп бөтөү ҡаралған. Ул яңы, сит илдән һатып алыған  ҡорамалдар  менән йыһазландырыла.
Яңы технологиялар менән эшләү сифатлы продукция етештереүгә булышлыҡ итәсәк. Был үҙ сиратында  хеҙмәткәрҙәрҙең эшен еңеләйтер тип көтөлә.    
«Өфөкабель» 1941 йылда Мәскәү , Одесса һәм  Подольскийҙан эвакуацияланған заводтарҙан төҙөлгән. Ойошмала әле  300 хеҙмәткәр иҫәпләнә. Өҙлөкһөҙ етештереү һәм  ихтыяж менән файҙаланған  продукция -  коллективтың хеҙмәт емеше.  Алдынғыларға  «Маҡтау грамоталары» һәм  «Рәхмәт хаттары» тапшырылды.  Етәкселек тәүҙә  уңайлыҡтар тыуҙырыу, унан эш һөҙөмтәһен талап итеү  принцибы менән эшләй. Яңы бинала бөтә шарттар булдырылған,  фитнес зал да асыла. 75 йыллыҡ тарихы булған ҡеүәтле завод киләсәктә «Роскосмос» менән  дә тығыҙ бәйләнештә эш алып барырға ниәтләй.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку