Бөгөн Өфө дәүләт авиация техник университетында төбәк-ара инженерҙар слеты башланды

Бөгөн Өфө дәүләт авиация техник  университетында  төбәк-ара инженерҙар слеты башланды 17.08.2017

Сарала Ырымбур өлкәһенән 20-гә яҡын  һәм Башҡортостандан 2  инженер ҡатнаша.  Машина төҙөү, газ,  нефть  һәм башҡа өлкә белгестәре  үҙ проекттары менән сығыш яһай. Уларҙың эше «Иң яҡшы инженер», «Иң яҡшы инновация проекты», «Йыл проекты» һәм башҡа номинацияларҙа  баһалана.  Ҡатнашыусыларҙың сәнәғәт үҫеше өсөн һалған хеҙмәте, патент алған проекттары барлығы иҫәпкә алына.  

Александр Власов, Ырымбур сәнәғәтселәре һәм эшҡыуарҙары союзы директоры урынбаҫары: «Беҙ үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнамай Башҡортостан менән тығыҙ бәйләнештә эш алып барырға булдыҡ. Тәжрибә уртаҡлашып, бәлки ҡайһы бер проекттарҙы бергә тормошҡа ашырырбыҙ. Ғөмүмән, ике төбәк араһында эшлекле бәйләнеш булдырылған, мәҫәлән,  Өфө моторҙар эшләү беремәһе менән беҙҙең Стрела йәмғиәте хеҙмәттәшлек итә».
Төбәк -ара слет быйыл беренсе тапҡыр ойошторола.Конкурсанттарға уртаса 30 йәш. Улар заманса сәнәғәт технологиялары менән таныша, шулай уҡ Өфө моторҙар эшләү берекмәһенә экскурсия ҡаралған. Ойоштороусылар билдәләүенсә, йәштәр үҙенсәлекле проекттар тәҡдим итә. Мәҫәлән, Ырымбур инженеры , нефтте юғалтыуһыҙ сығарыуға иҫәпләнгән технология проектын яҡлай. Башҡортостан белгестәре иһә,нефть табыуҙа ҡулланыла торған ҡоролма уйлап сығарған .  
Шамил Ғәлләмов, «Инновациялар лабораторияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте баш конструкторы: «Ятҡылыҡтарҙы  разведкалауҙа быраулағандан һуң  ер ҡатламында күпме кимәлдә  нефть йәки газ булғанын белеү байтаҡ  ваҡыт талап итә. Ә беҙҙең приборҙы быраулаған ергә төшөрөү менән мәғлүмәтте  күрһәтә.Әлегә тиклем беҙҙә сит ил ҡоролмалары файҙаланыла ине. Прибор һынау үтте һәм беҙ уны артабан камиллаштырабыҙ».
    

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку