Айырым инеү урыны булған ике кимәлле фатирҙар

Айырым инеү урыны булған ике кимәлле фатирҙар 27.03.2017

Октябрьский ҡалаһында әлегә тиклем хыялда ғына булған Европа форматындағы торлаҡ файҙаланыуға тапшырылды. Был проект Рәсәй һәм Голландия белгестәренең берлектәге эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе.

Хеҙмәттәшлек халыҡ-ара кимәлдә алып барылһа ла, проект авторҙары ҡаланың архитектура тарихын Европалағы заманса үҫеш йүнәлештәренә таянып төҙөгән. Шуға ла яңы район Октябрьскиҙың заманса йөҙөн булдырыуҙа ҡатнашҡан билдәле архитекторҙар фамилияһы менән атала.    
Дмитрий Винкельман, архитектор: «Октябрьскийҙың яңы районында Европа ҡалаһына яҡын мөхит булдырылған. Мәҫәлән, йорттарҙың алғы өлөшө оҙон түгел, фасадта иң күбе 4-5 тәҙрә. Ихаталар бик тә уңайлы һәм әллә ни ҙур түгел. Шуға ҡарамаҫтан кварталдар автомобилдәр менән тулып тормаясаҡ».  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика