Айыҡ тормош өсөн!

Айыҡ тормош өсөн! 11.12.2017

Әлшәй районының Раевка ҡасабаһында йәшәүсе Татьяна Гридина юл сатында эшләп килгән кафеһында спиртлы эсемлек, тәмәке һатыуҙан баш тартҡан. Шәхси эшҡыуарҙың был ҡарарын башта сәйерһенеп ҡабул итһәләр, бөгөн кафе күптәрҙең яратҡан урынына әйләнгән. Бында һатып алыусыларға ауыл ерендә етештерелгән сифатлы ризыҡтар тәҡдим ителә. Тап шуғалыр ҙа өс йыл эсендә эшҡыуарҙың даими клиенттары барлыҡҡа килгән.

Был кибет-кафе кәштәһендә башҡаларҙан айырмалы, тәмәке лә, спиртлы эсемлектәр ҙә юҡ. Уның ҡарауы, ҡайнар сәй, ҡымыҙ һатып алырға теләүселәрҙән сират теҙелгән. Өфө - Шишмә - Ҡырғыҙ-Миәкә трассаһы буйлап хәрәкәт итеүселәрҙең был яратҡан урыны. Юлда йыш йөрөгән Мәсәүир Мифтахов кафелағы хеҙмәтләндереүгә һөйөнөп бөтә алмай.
Бындағы «ҡоро» законға урында йәшәүселәр өйрәнеп тә бөткән. Өс йыл дауамында кафеның үҙ клиенттары ла байтаҡ йыйылған. Иң мөһиме кафе етәкселеге ауыл халҡы менән әүҙем эш итә. Етештерелгән продукцияның күбеһе әллә ҡайҙан килтерелмәй, ә төбәктә йәшәүсе егәрле эшҡыуарҙарҙан алынған.
Кафе хужаһы Татьяна Гридина эшҡыуарлыҡ эшенә бынан ун йылдар самаһы элек тотона. Тәүҙә бәләкәй генә вагонда һатыу итә. Алыпһатарлыҡта тәжрибә туплаған ханым эскелектең яҡшылыҡҡа алып бармағанлығын аңлай. Үҙе әйтеүенсә, эшләгән ваҡытта клиенттарына спиртлы продукция һатыуын насар ғәҙәт икәнен аңлай.
Татьяна Гридина, эшҡыуар: «Өс йыл элек айыҡ кафе булдырҙым. Кәштәләрҙә бер спиртлы продукция, тәмәке лә юҡ. Эш барышында төрлө хәлдәргә юлыҡтым. Үҙебеҙ һатҡан иҫерткес эсемлектәрҙе эсеп, кафела боларып йөрөгән клиенттарыбыҙ булды».
Кәштәләрҙән спиртлы продукция, тәмәкене алып ташлағас, әлбиттә, эшҡыуар ханыма ҡыйынға тура килә. Килем өс-дүрт тапҡырға кәмей. Шулай ҙа һөҙөмтә күҙ алдында, һуңғы йылдарҙа урында йәшәүселәр айыҡ тормошҡа һайланы, ти ул. Ә кафе хеҙмәткәрҙәре клиенттарын үҙ рецептары буйынса бешергән татлы ризыҡтары менән һөйөндөрөүен дауам итә.
Эшҡыуарҙың был ҡарары, ысынлап та,  күптәргә өлгө булырлыҡ. Татьяна Гридина үҙ тәжрибәһен башҡалар менән дә бүлешә. Яҡын арала ул Нефтекама ҡалаһынан хеҙмәттәштәрен көтә. Ханым йәшәү девизын да юҡҡа ғына «Донъяны үҙгәрткең килһә, үҙеңдән башла!» тип һайламаған...

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку