Ҡайһы бер ҡеүәтле сауҙа селтәрҙәренә штраф янай 07.09.2017

Монополияға ҡаршы  федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы  уларҙы  судҡа бирергә әҙерләнә. Белгестәр әйтеүенсә, сауҙа селтәрҙәре етештереүселәрҙән законһыҙ аҡса ала.

Был турала федераль хеҙмәттең төбәк идаралығы етәксеһе Рузалин Хәбибуллин матбуғат конференцияһында белдерҙе. Монополияға ҡаршы хеҙмәт сауҙа селтәрҙәрен йыл башынан алып тикшерә башланы. Етешетереүселәр һәм ритейлерҙар араһындағы килешеүҙәр контролгә алынды. Законһыҙ аҡса талап итеү, йәки башҡа хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡланһа сауҙа селтәрҙәренә 1 миллион һумдан 5 миллионға тиклем штраф янай.
Рузалин Хәбибуллин, монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе: «Күптәр беҙҙең иҫкәрмәләрҙе үтәп хоҡуҡ боҙоуҙарҙы туҡтаталар. Шулай ҙа иңҡар итеүсе сауҙа селтәрҙәре лә бар. Уларға ҡарата административ эш ҡуҙғатыла. Әгәр законһыҙ аҡса алыуҙы туҡтатмаһалар, үҙҙәре үк арттырып түләһендәр».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика