Автогражданлыҡ яуаплылығын мотлаҡ страховкалау полисын һатыусы компанияһының эшмәкәрлеге туҡтатылһа, клиенттарға нимә эшләргә?

Автогражданлыҡ яуаплылығын мотлаҡ страховкалау полисын һатыусы компанияһының эшмәкәрлеге туҡтатылһа, клиенттарға нимә эшләргә? 19.09.2017

Беҙҙең редакцияға яуаплылығы сикләнгән  «Московия» йәмғиәте менән  ОСАГО  килешеүе төҙөүселәр шылтыратты. Өфөлә филиалы ла булмаған ойошманың лицензияһы туҡтатылыуға ун көн ҡалғас уның полистарын тәҡдим иткәндәр.  

12 мең һумға ҡағыҙ киҫәге. Өфөлә йәшәүсе  Илья быйыл 10  июлдә автогражданлыҡ яуаплылығын  мотлаҡ  страховкалау полисы һатып алған. Ике ай үтеүгә водитель таныҡлығын алыштырғас ул йәнә страховкалаусы агент ойошмаһына бара. Уға  «Московия»  ойошмаһының лицензияһы туҡтатылыу  тураһында хәбәр итәләр. Юлда бәлә була ҡалһа, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? Компенсацияны кем түләйәсәк,  автоһәүәҫкәр аптырашта.
Илья Назаренко: «Мин Баҡалы урамындағы ОСАГО 24 офисына барҙым, унда тик «Московия» компанияһы полистары ғына һатыла тинеләр. Ә күп тә үтмәй  ойошманың лицензияһы тартып алынған. Яңы водитель таныҡлығы тураһында мәғлүмәтте полисҡа  теркәүҙән баш тарттылар. Өфөлә уның  филиалдары ла юҡ. Машинаға ултырып юлға сығыу ҙа ҡурҡыныс, минең ғәйебем менән авария була ҡалһа, зыянды кем  ҡаплар?»
Баҡалы урамындағы офис йәй башынан ғына эшләй. Был осраҡ буйынса аңлатма бирә алырҙай хеҙмәткәр Өфөнән ситтә булып сыҡты.
Билдәле булыуынса, «Московия»  яуаплылығы сикләнгән страховка ойошмаһы лицензияһы  Үҙәк банк тарафынан 21 июлдә тартып алынған. Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса ул йыйым күләме рейтингында 66-сы урынды биләгән һәм  финанс тотороҡһоҙ тип табылған.  
Рәсәй автостраховкалаусылар союзынан белдереүҙәренсә, хафаланырға сәбәп юҡ. Лицензияһыҙ ҡалған компания клиенттары алдындағы яуаплылыҡ Рәсәй автостраховкалаусылар союзы иңенә ята.  Юл- транспорт фажиғәһендә  күрелгән зыянды ла берекмә ҡапларға бурыслы, йә аварияла ҡатнашыусы  икенсе автомобиль страховкаланған компания. Ә яңы водитель таныҡлығы тураһындағы мәғлүмәтте инде  полисҡа теркәү проблемаһы асыҡ ҡала. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙары тикшергән хәлдә таныҡлыҡ полис һатып алған ойошманың эшмәкәрлеге туҡтатылғандан һуң   алыштырылыуы  тураһында  әйтергә тура киләсәк.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку