Ауылдарға иғтибар

Ауылдарға иғтибар 23.02.2017

«2014 - 2017 йылдарҙа һәм 2020 йылға тиклемге осорҙа ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» федераль маҡсатлы программаға ярашлы, Башҡортостанда 1800-ҙән ашыу ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Проект сиктәрендә республиканың бер нисә төбәгендә яңы биҫтәләр ҙә барлыҡҡа килә. Уларҙа бүленгән бушлай ер участкалары башлыса ауыл хужалығы тармағында эшләүсе йәш белгестәргә тәғәйенләнгән. Шулай уҡ райондар инженер селтәрҙәре һәм төрлө социаль объекттар менән тәьмин ителә.  

Түбәнге Сереккүл ауылы балалары Ватанды һаҡлаусылар көнөнә самолеттар эшләгән. Уларҙың күбеһе киләсәктә летчик булырға хыяллана. Әлбиттә, был бер ҙә осраҡлы түгел. Сөнки ике тапҡыр Советтар Союзы геройы Муса Гәрәев тап ошо төбәктә тыуып үҫкән. Кескәйҙәр данлыҡлы яҡташының тыуған илгә илһөйәрлек рухында тәрбиәләнә. Бының өсөн күптән түгел асылған балалар баҡсаһында барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырылған. "Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү" федераль маҡсатлы программа шулай уҡ киләсәктә "Төньяҡ" биҫтәһен комплекслы үҫтереүҙе күҙ уңында тота.  
Ошондай уҡ биҫтә Түбәнге Йәркәй ауылында ла барлыҡҡа килгән. Әле бында балалар баҡсаһы менән лицей файҙаланыуға тапшырылған.  Майҙаны 110 гектарға иҫәпләнгән биҫтәлә 265 йорт сафҡа инер тип көтөлә. Проекты тулыһынса ғәмәлгә ашырыу өсөн 255 миллион һум самаһы сарыф ителәсәк. Социаль объекттарға килгәндә, балалар баҡсаһы менән белем усағы тулы ҡеүәтенә эшләй башлаған да инде. 198 урынға иҫәпләнгән мәктәптә балаларға сифатлы белем биреү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Мәҫәлән, ресурс үҙәк райондың барлыҡ сығарылыш синыф уҡыусыларына ла имтихандарға яҡшыраҡ әҙерләнергә мөмкинлек бирә.  
Ҡаҙыр ауылындағы фельшер-акушерлыҡ пунктын сафҡа индереү өсөн дәүләттән өс миллион ярым һум күләмендә аҡса бүленгән. Төҙөүселәр урындағы халыҡтың ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырған. Әйтәйек, был баҫҡыс коляскалағы балалар һәм мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн тәғәйенләнгән.  
Федераль маҡсатлы программа сиктәрендә районда тағы ла бер социаль объект файҙаланыуға тапшырылған. Яңы бина ҡалҡып сығыу менән Ҡаҙыр ауылы халҡына сифатлы медицина ярҙамы күрһәтелә башлаған.  
Ә бына мал табибы һөнәрен үҙләштергән Илнур Имамовҡа йәйшәргә ҡайҙа ҡалырға тигән һорау тормай. Ул оҙаҡ уйлап тормай урындағы хужалыҡтарҙың береһенә ветеринар булып эшкә төшә. Бер нисә йылдан ауылда ҡалған йәш белгестәргә дәүләттән финанс ярҙам бүленә башлай. Уңған хеҙмәткәр бының өсөн тейешле документтар йыйырға тотона.  Хәйер, ҡуйылған талаптарға яуап биреү өсөн Илнурҙың ғаиләһе лә, өй өсөн һалынған нигеҙе лә була. Бөгөн иһә Имамовтар  дәүләттән бүленгән субсидияны файҙаланып ике ҡатлы йорт төҙөп сыҡҡан.
Рәсәй ауыл хужалығы министрлығының федераль маҡсатлы программаһы субъекттарҙа ауылдарҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән.  Башҡортостан башҡа төбәктәр араһында иң ҙур күләмдә ярҙам ала. Былтыр республикаға 416 миллион һум аҡса бүленгән. 430 ғаилә йәшәү шарттарын яҡшыртҡан.  
Юрий Лысов, Башҡортостан ауыл хужалығы министры урынбаҫары: «Федераль маҡсатлы программа сиктәрендә Яңауыл районы Сусаҙы-Ябалаҡ һәм  Мәләүез районы Тамъян ауылдарында проект сафҡа инде, шулай уҡ Туймазы районында Дуҫлыҡ биҫтәһе төҙөлдө.  Был программа  бушлай ер участкалары, ғаиләләге кеше һанына ҡарап убсидия бүлеү һәм инженер селтәрҙәре инфраструктураһын булдырыуҙы күҙ уңында тота. Шулай уҡ юлдар һәм социаль объекттар һалына».
Программаның уңышлы ғәмәлгә ашырылыуын иҫәпкә алып Рәсәйҙең ауыл хужалығы министрлығы ил кимәлендәге семинар-кәңәшмәне быйыл Башҡортостанда ойошторорға ҡарар иткән. Тармаҡ белгестәре ҡатнашлығындағы сарала шулай уҡ республиканың был өлкәләге  тәжрибәһе лә күрһәтеләсәк. Күләмле проекттың ауылдар өсөн әһәмиәтлеген күҙ уңында тотоп маҡсатлы программатағы ла өс йылға оҙайтылған.    

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку