Ауыл ерлегендә эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә тос ярҙам

Ауыл ерлегендә эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә тос ярҙам 24.02.2017

Күмертауҙа, Ҡариҙел һәм Ейәнсура райондарында булдырылған «Район-ара эшлекле оҙатыу үҙәк»тәре бизнес менән шөғөлләнеүселәргә профессиональ яҡтан белемен камиллаштырыу, тәжрибә туплау майҙансығына әйләнде. Ойошма эксперттары үҙ эшен башларға йыйыныусыларҙы килемле йүнәлештәр менән таныштыра, эшҡыуарҙарҙы иҡтисади көрсөктә үҫеш юлында булырға өйрәтә.  

Оҫта ҡуллы ашнаҡсы пиццаны туҡлыҡлы һәм тәмле итеп бешерергә тырыша. Кафе клиенттары көтөргә яратмай, эште оҙаҡҡа һуҙыу ҙа урынһыҙ. Ҡариҙел ауылында алты йыл элек асылған дөйөм туҡланыу урынын бигерәк тә мәктәп уҡыусылары, йәштәр үҙ итә. Бында пиццанан тыш, суши, роллының да ике тиҫтәнән ашыу төрөн әҙерләйҙәр. Райондың башҡа кафеларында бындай ризыҡты тәмләп ҡарармын тимә.
Кафе етәксеһе Рөстәм Шәйхетдинов район үҙәгендә йәштәр өсөн заманса йыһазландырылған ял итеү урыны булдырыуға күп көс һала. Был бизнесты ул 2011 йылда тап пиццаны өйгә ташыуҙан башлай. Артабан дуҫы менән кредиттарға сумып, дөйөм туҡланыу урынын булдыра. "Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә" уларға дәүләттән 300 мең һумлыҡ субсидия ла бирелә. Был аҡса аш-һыу бүлмәһенә ҡиммәтле ҡорамалдар һатып алыуға тотонола. Бөгөн кафела тиҫтәгә яҡын хеҙмәткәр иҫәпләнә, ашнаҡсылар йыл да квалификацины күтәреү курстарына йөрөп тәжрибәһен арттыра. Меню ассортменты ла яңыртылып бара.
Әлегә кафеға автоматлаштырыу системаһын индерергә кәрәк. Был яҡтан Рөстәм Шәйхетдиновҡа уңыш йылмайҙы тиһәк тә була. Декабрҙә Ҡариҙелдә "Район-ара
эшлекле оҙатыу үҙәге" асыла. Районды социаль-иҡтисади яҡтан үҫтереүҙе төп маҡсат итеп ҡуйған ойошма хеҙмәткәрҙәре эшҡыуарҙарға бында һәр яҡлап ярҙам күрһәтә. Бигерәк тә, бизнесын яңы ғына башлаусылар тәжрибәле белгестәр менән интернет аша бәйләнешкә инеп, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап таба ала. Документация тултырыу йәһәтенән дә, закондағы үҙгәрештәр хаҡында ла бында консультацияларға яҙылырға мөмкин.
Әлегә йөҙгә яҡын эшҡыуар эксперттарҙың ярҙамын алған. Үҙәк белгестәренең эшмәкәрлеге башлыса фәнни тикшеренеүҙәргә нигеҙләнгән. Шуға бизнес менән шөғөлләнеүселәрҙе лә улар ябылырға түгел, ә киреһенсә, нисек аҡсалата зыян күреүҙәрҙән ҡасырға өйрәтә, тәжрибәләренә ҡарап, ниндәй яңы йүнәлештәр буйынса эшләргә файҙалы кәңәштәр ҙә бирелә.
Эшҡыуарҙар өсөн бында төрлө оҫталыҡ дәрестәре, семинарҙар ойошторола. Үҙ эшен асырға теләүселәр ҙә түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҡатнашып, килемле йүнәлештәр менән таныша ала. Яңыраҡ ҡына районда Беренсе сауҙа һәм туҡланыу фестивале уҙғарыла. Унда ҡатнашыусылар араһында хәләл ризыҡтар менән һатыу итеүсе Флүрә Нурмөхәмәтова ла була.
Әйткәндәй, Ейәнсура районында һәм Күмертау ҡалаһында ла ошондай үҙәктәр булдырылған. Был ойошма хеҙмәткәрҙәре, тәү сиратта, ауыл ерлегендә эшҡыуарлыҡ әүҙемлеген арттырырға тырыша. Ҡариҙелдәрҙең төп маҡсаты иһә урында туризмды үҫтереүгә йүнәлтелгән. Был йәһәттән Елена менән Илдар Нартдиновтар ҙа дөрөҫ юлда бара. Уларҙың кафелары Павловка һыуһаҡлағысы янында урынлашҡан. Ғаилә понтон һатып алып, быйыл һыу өҫтөндә лә клиенттарын ҡабул итергә йыйына.
Һыу өҫтөндә дөйөм туҡланыу урынын булдырыу бик ҡатмарлы процесс. Шуға Нартдиновтар ғаиләһе документация һәм закондар яғынан хаталанмаҫ өсөн районда асылған «Эшлекле оҙатыу үҙәге»нә мөрәжәғәт иткән. «Ярҙам ҡулы булғанда, бизнес алып барыу ҙа күпкә еңелерәк»,- ти улар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку