Ауыл ерендә берәүҙәр эш юҡлыҡҡа һылтанып, ҡул ҡаушырып ултырһа, икенселәр мөмкинлек эҙләп заман менән бергә атларға тырыша

Ауыл ерендә  берәүҙәр эш юҡлыҡҡа һылтанып, ҡул ҡаушырып ултырһа, икенселәр  мөмкинлек эҙләп заман менән бергә атларға тырыша 12.04.2017

Эшҡыуарлыҡ бөгөн ауылда берҙән-бер килем сығанағы. Хәйбулла районы Йәнтеш ауылында йәшәүсе Зәбир Исҡужин  да оҙаҡ уйлап тормай, тыуған ауылында шина монтажлау оҫтаханаһы аса

Уҡып сығып ҡулына диплом алғас Замир ҙа башҡа бик күп тиҫтерҙәре кеүек ҡалала төпләнергә уйлай. Әммә ғаилә ҡороп, сабыйҙары донъяға килгәс, ул ҡала менән ауыл тормошо араһындағы ыңғай һәм кире  яҡтарҙы барлап, тыуған ауылына ҡайтырға хәл итә. Бөгөн ул атаһы асҡан оҫтаханала эшләй. Киләсәктә тәүәкәл егет тыуған ауылында йорт һалып төпләнергә, эшҡыуарлыҡ эшен йәйелдерергә ниәтләй.
Шина монтажлау оҫтаханаһын асыу, күптәнге  ниәтем ине, ти ғаилә башлығы Зәбир Исҡужин. Дәүләт тарафынан бирелгән ярҙам иһә был эште тормошҡа ашырыуға этәргес була. Бөгөн бында башлыса шиналарҙы монтажлау, иретеп-йәбештереү эштәре менән булышһалар,  киләсәктә оҫтахананы автосервис итеп ҙурайтыу теләге  лә бар.
Киләсәктә ғаиләнең шөғөлө килемле кәсепкә әйләнеүенә шик юҡ. Сөнки урында улар тәҡдим иткән хеҙмәткә ихтыяж бар. Бығаса район үҙәгенән етмеш, һикһән  саҡрым алыҫлыҡта ятҡан урман зонаһы ауылдары тимер аттарны ремонтлауға Аҡъярға йөрөргә мәжбүр булһа, әле уларға туҡтала. Йәнтештә урынлашҡан  шифаханаға, йәй тәбиғәт ҡосағында ял итергә килеүселәр ҙә уларҙың даими клиенттары булыр тигән ышаныста Исҡужиндар.
Ауыл ерендә  эшҡыуарлыҡты, ауылдарҙы социаль яҡтан үҫтереүгә һәм инфраструктура төҙөлөшөн финанслауға йүнәлтелгән программалар байтаҡ.  Улар менән дѳрѳҫ файҙаланып, эшҡыуарлыҡ эштәрен яйға һалыусылар күберәк булһа, был йәштәргә тыуған ерҙәрендә ҡалырға булышлыҡ итер ине. Был йәһәттән эшкә һәләтле, киләсәге өсөн битараф булмаған егет-ҡыҙҙарға дәүләт программалары ярҙамға килә лә инде.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка
Рифат
13.04.2017 17:54:09
Афарин Искужиндар!!!

Возврат к списку


Яндекс.Метрика