Ауыл үҙенең уңғандары менән матур

Ауыл үҙенең уңғандары менән матур 12.08.2016

Хәйбулла районы Яңы Ергән ауылында йәшәүсе Виталий Арманшин бына инде ете йыл ата- бабаларҙан килгән һөнәр менән шөғөлләнә.Ул хәҙерге заманда ла бик кәрәкле саман кирбестәре һәм балсыҡ иҙмәһе етештерә.

Виталий Арманшиндың һәр көнө балсыҡ карьерынан башлана. Ул үҙенең ярҙамсылары менән балсыҡты машинаға тейәй. Махсус йыһазландырылған техника ярҙамында балсыҡ иҙмәһе барлыҡҡа килә һәм формаларға ҡойола. Ҡояшлы көндә кирбестәр биш көндә әҙер була. Виталий әйтеүенсә, балсыҡ эше ныҡлы физик әҙерлек һәм сабырлыҡ талап итә.
Виталий Арманшин, Саман етештереүсе: «Бына ошолайтып саман эшләнә. Һалам булғанда күберәк етештерәбеҙ, булмаһа, иҙмәне саман йорттарҙы һылау өсөн ҡулланабыҙ. Эш ауыр, әммә эш хаҡы тотороҡло».
Саман кирбесе һыу, балсыҡ һәм һаламдан тора. Әҙер кирбес экологик яҡтан таҙа һәм шул уҡ ваҡытта осһоҙ төҙөлөш материалы. Шуға ла Виталий етештергән самандар ҙур ихтыяж менән ҡулланыла. Хәйбулла районында  күп йорттар тап ошо материалдан эшләнгән дә инде. Киләсәктә Виталий Арманшин ғаиләһенә үҙ ҡулдары менән өй һалырға планлаштыра.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку