Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше

Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше 18.07.2017

Программаға ярашлы, республикала тиҫтәләп фельдшер акушерлыҡ пункты төҙөлгән, дүрт йөҙҙән ашыу ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Федераль маҡсатлы программаһының был әле башҡарған эштәренең бер өлөшө. 2020 йылға тиклем ҡабул ителгән программа артабан нисек тормошҡа ашырыласаҡ? Бөгөн Өфөлә ауыл биләмәләрен заманса шарттарҙа тотороҡло үҫтереү мәсьәләләре буйынса күсмә кәңәшмә үтте.  Ултырышты Дәүләт Думаһының аграр мәсьәләләр буйынса комитеты уҙғарҙы.

Торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн  ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше федераль программаһында Ирина менән Рөстәм Ғәлимовтар ҙа ҡатнаша. Йәш ғаилә 2013 йылда крәҫтиән-фермер хужалығын аса. Быйыл  Ғәлимовтар ниһайәт, сертификатлы булды.

Сертификатҡа ауыл хужалығы эшсәндәре генә түгел, бюджет ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре лә дәғүә итә ала. Бының өсөн ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булырға, шулай уҡ йорт төҙөлөшө өсөн 30 процент аҡса индерергә тейеш. Торлаҡ төҙөлөшө федераль программаның бер өлөшө генә, ул тағы ла туғыҙ йүнәлеш буйынса тормошҡа ашырыла. Шулар араһында ауыл халҡын һыу, газ менән тәьмин итеү, юлдарҙы төҙөкләндереү һәм фельдшер-акушер пунктарын сафҡа индереү. Дүрт йыл дауамында эшләп килгән проект төбәктә уңышлы тормошҡа ашырыла. Бөгөнгө осрашыу урыны итеп Башҡортостан да  осраҡлы ғына  һайланмаған.

Ил Хөкүмәтенең алдағы йылдарға ҡуйған мөһим маҡсаттарының береһе ауыл ерендә социаль үҫеш кимәлен күтәреү.  2020 йылға тиклем эшләйәсәк  "Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше" федераль маҡсатлы программаһы көнүҙәк мәсьәләне хәл итеүҙе күҙаллай.

Социаль инфраструктураны үҫтереү бер. Ауылда яңы эш урындары булдырыу мөһим. Был хаҡта ултырышта ҡатнашыусылар Алексеевка хужалығына  сәфәр барышында фекер алышты.

Белгестәр әйтеүенсә, ауыл ерендәге тормош ҡаланыҡынан һис тә ҡалышырға тейеш түгел. Был йәһәттән 2020 йылға тиклем ҡабул ителгән ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше программаһына ҙур өмөттәр бағлана.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика