«Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше» федераль программаһы Башҡортостанда әүҙем тормошҡа ашырыла

«Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше» федераль программаһы  Башҡортостанда әүҙем тормошҡа ашырыла 12.08.2017

Әлеге ваҡытта 14 ауылға илтеүсе юлдарға асфальт түшәлә. Барлығы 58 километрҙа юл эшләнеләсәк. Федераль программа ғәмәлгә ашырыла башлағандан алып Республиканың  55 ауыл -ҡасабаларына юл төҙөлгән.

Кузьминовка ауылында йәшәүселәр оҙаҡ йылдар дауамында юлһыҙ интеккән.  Бигерәк тә ҡойма ямғырҙар яуып үткәндән һуң ауылдан ҡалаға барыу өсөн  мең бәлә аша үтергә кәрәк булған. Юлда хатта элеваторға ашлыҡ илтеүсе камаздар ҙа батҡан. Уларҙы һөйрәп сығарырға   К-700 тракторҙары йәлеп ителгән. Һөҙөмтәлә транспорт бәйләнеше бөтөнләй өҙөлгән саҡтар ҙа булғылаған. Кузьминовка ауылына илтеүсе юл был төбәктә  йәшәүсе халыҡтың йәшәү кимәлен күпкә яҡшыртасаҡ ти белгестәр.
5 километр 600 метр юлда Башкиравтодорҙың 30- лап техникаһы эшләй. Юл өҫтө  барлыҡ өлөштә лә тигеҙләнеп бөткән,ҡырсынташ һибелә, юл ситтәре тигеҙләнелә. Юлсылар объектты графиктан алда тапшырырға иҫәп тота.
Кузьминовка менән Суртан ауылы араһында түшәләсәк асфальт юл заман технологиялары буйынса эшләнелә.  Республиканың 11 районында федераль маҡсатлы программа уңышлы эшләүе ауылдарҙа йәшәүселәрҙе уңайлы һәм хәүефһеҙ юл менән тәьмин итеү мөмкинлеге бирә.
Кузьминовка ауылына инеү юлы-дүртенсе категория юлдар иҫәбенә ҡарай. Һыу үткүелдәре өсөн тимер-бетон биш торба ҡуйыла, электр селтәрҙәре күсерелә.Юл киңлеге ун метр, ә асфальт -бетон юл түшәме ете метр буласаҡ. Федераль программаға ингән юл төҙөлөшөн октябрь аҙаҡтарына тамамлау күҙаллана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку