Һаулыҡ күпме тора?

Һаулыҡ күпме тора?  24.03.2015

Декабрҙә дарыуҙарға хаҡ артты. Уларҙы ауыҙлыҡлап булырмы? Республикалағы  дәүләт ҡарамағындағы дарыуханаларҙы препараттар менән тәьмин итеүсе ойошма директоры бөгөн журналистар менән осрашты.  

Өс бала әсәһе дарыуханаға йыш йөрөй.  Ҡояш тотолғанын ҡыҙыҡһынып күҙәткән улының  күҙ  селтәре зарарланған. Уйындан уймаҡ, ә ата-әсәнең кеҫәһенән көтөлмәгән сығымдар.
Йыл аҙағында бөтә нәмәгә, шул иҫәптән дарыуҙарға  хаҡтар ярайһы күтәрелде.
Власть органдары йәшәү өсөн кәрәкле мөһим дарыуҙарға хаҡтарҙы ауыҙлыҡлап торорға ҡарар итте. Ул исемлектә алты йөҙҙән ашыу препарат бар. Шулай ҙа кәштәләрҙәге дарыуҙарҙың хаҡтарына ҡарап арзан тип әйтеп булмай.
Дарыуханаларҙағы препараттарҙың 60-80 проценты ситтән  килтерелгән. Уларҙың ҡиммәтләнеүе долларға  хаҡ күтәрелеү менән аңлатыла. Күбеһенең аналогтары бар. «Үҙебеҙҙекен һайла» тигәнгә таянып, бәлки Рәсәйҙә етештерелгәненә өҫтөнлөк бирергәлер...
Башҡортостанды дарыуҙар менән тәьмин итеүсе  предприятие директоры әйтеүенсә, уҙған йылдың октябренә ҡарата дарыуханаларҙа сит ил препараттарына хаҡ ете процентҡа, ә үҙебеҙҙекенә ун алты процентҡа артҡан. Халыҡ һаулығында байырға иҫәп тотоусыларға юл асылды тиһәң дә була.  Кешелек дарыуҙарһыҙ бер көн дә йәшәй алмай. Йәше лә ҡарты ла..
Уҙған йылдың декабрендә  2015 йыл дарыу баҙарындағы хәлдәргә фараздар буйынса ҡайһы бер препараттар һатыуҙан юғалыу ихтималлығын фаразланғайны. Дәүләт ҡарамағындағы аптекаларҙы дарыуҙар   менән тәьмин итеүсе  предприятие келәттәрендә эш һәүәтемсә бара. Бынан көн һайын республика төбәктәренә  заказдар буйынса  препараттар оҙатыла. Хеҙмәткәрҙәр әйтеүенсә, дарыуҙарға ҡытлыҡ юҡ. Һирәк осрай торған сирҙәрҙе дауалау өсөн тәғәйенләнгәндәре менән һыуытҡыс камералары туп-тулы.
Хаҡтарҙы бер кимәлдә тотоу дәүләт ҡарамағындағы апткеалар ҡулында. Улар һуңғы өс айҙа өҫтәмә хаҡтарҙы өс процентҡа төшөргән. Улар артынан коммерция дарыуханалары ла эйәрергә мәжбүр. Сөнки халыҡ барыбер арзаныраҡты эҙләй. Ә ҡулланыусыны юғалтыу отошло түгел.
Ирина Балобанова, «Башфармация» предприятиеһының ваҡлап һатыу селтәре буйынса директор урынбаҫары: «Беҙ хаҡтарҙы ҡапыл күтәрә алмайбыҙ. Ул аҡса артынан ҡыуыу булыр ине. Өҫтәмә хаҡтарҙы ҡайһы саҡта түбәнерәк ҡуйырға тура килә. Мониторинг үткәреп торабыҙ, сөнки беҙҙең дарыуханаларҙа конкуренттарҙыҡына ҡарағанда һәр саҡ арзаныраҡ булырға тейеш».
Хаҡтарҙы «йүгәнләргә» тырышыу яҡшы, әлбиттә. Дарыуханалар һуңғы арала шул тиклем күбәйҙе,   ҡалала  аҙым һайын. Килемле бизнес. Эксперттар билдәләүенсә, яҡын киләсәктә дарыуханаларҙың һаны аҙаясаҡ.  Нисек кенә булмаһын, һаулыҡ- ҙур байлыҡ, әгәр уны юғалтһаң кемделер байытаһың.  
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика