Һатылмай ҡалған икмәк - малдарҙы ашатыуға ҡулланыла 24.04.2017

Бөгөн Башҡортостандың икмәк бешереү предприятиелары сауҙа селтәрҙәренең һыбыҙғыһына бейергә мәжбүр. Эшҡыуарҙар магазин кәштәләрендә ҡулланыу ваҡыты сыҡҡан продукцияны кире етештереүсеһенә ҡайтарырға күнеккән. Һуңғылары был тәңгәлдә миллиондарса һум зыян күрә. Хәйер, киҫкен проблема Дәүләт Думаһы кимәлендә  законлы рәүештә хәл ителеүе ихтимал. Тәҡдим Роспотребнадзор тарафынан да хуплау тапҡан.

Башҡортостандың икмәк бешереү предприятиелары көн һайын магазин кәштәләрен өс йөҙ тоннанан ашыу продукция менән тулыландыра. Әммә эре сауҙа селтәрҙәрендә ассортименттың бай һә мул ҡуйылыуы арҡаһында етештереүселәр күп осраҡта отола. Һаҡлау ваҡыты үткәндән һуң, һатылмаған икмәк уларға кире ҡайтарыла.
«Өфө икмәге» предприятиеһын ғына сауҙа селтәрҙәренә көн һайын 35 тонна икмәк оҙата, әлегә кире ҡайтарылған продукция күләме - 10-25 процент тәшкил итә. Йыллыҡ матди зыянды иҫәпләһәң -хеҙмәткәрҙәр бер ай бушҡа эшләгән һымаҡ килеп сыға,-ти ойошма етәселеге. Эре сауҙа компаниялары килем артынан ҡыуып, ҙур заказдар булған осраҡта ғына килешеү төҙөргә ризалаша, эшҡыуарҙар магазин кәштәләрен тәүлек әйләнәһенә тулы тотоу яҡлы. Һөҙөмтәлә етештереүселәр отола.
«Һатылмай ҡалған икмәкте, хатта, шөкәрә итеп киптереп тә булмай»,-ти ойошма хеҙмәткәрҙәре. Сөнки был ризыҡ та айырым рецепт, технология буйынса әҙерләнә.
Сауҙа селтәрҙәре был предприятиеға ғына йылына 86 миллион һумлыҡ юғалтыуҙар килтерә. Ә бит был зыян күрелгән суммаға ойошма етәкселеге заманса ҡорамалдар һатып алып, хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын да арттыра алыр ине. Мәҫәлән был икмәк бешереү линияһы 80-се йылдарҙан алып яңыртылмаған, мейестәр иҫке.
Етештереүселәр бәхетенә, тиҙҙән эре магазиндарҙың тупаҫ рәүештә тәртип боҙоуы туҡтатылыуы ихтимал. Дәүләт Думаһында һатылмаған икмәкте кире ҡайтарыуҙы законлы рәүештә тыйырға йыйыналар. Былтырғы һөҙөмтәләр буйынса ғына ошо сәбәпле Рәсәйҙең икмәк бешереү предприятиелары дөйөм алғанда 60 миллиард һумлыҡ юғалтыуҙар менән тороп ҡалған.
Фидан Ситдиҡов, сауҙа селтәре магазины директоры: «Магазин кәштәләрен икмәк менән гел тулы тотабыҙ, сөнки һәр һатып алыусының һайлап алыу мөмкинлеге булырға тейеш. Ассортимент ни тиклем бай, продукцияға шул тиклем ихтыяж юғары буласаҡ».
Әлегә Башҡортостанда бер нисә эре сауҙа селтәре генә һатылмай ҡалған икмәкте етештереүсегә кире ҡайтармай. Бәләкәй магазиндарҙа иһә был проблема бөтөнләй юҡ. Сөнки заказды ла улар етештереүселәр менән килешеп, үҙҙәренә уңайлы теп төҙөй.
Сауҙа селтәрҙәре иһә бәләкәй магазиндарҙан айырмалы рәүештә заказдарын кәметкән орсаҡта отолоуы ихтимал. Был күнегелгән системаға ҡаршы килеү етештереүсе өсөн дә бер яҡтан хәүефле.
Раил Мөфтәхетдинов, Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығының бүлек етәксеһе: «Әгәр һатылмаған икмәкте кире ҡайтарыу тыйылһа, магазиндар ассортимент сәйәсәтен үҙгәртеүе ихтимал. Сауҙа селтәрҙәре икмәкте үҙҙәре күберәк бешерә башлауы мөмкин. Был осраҡта конкуренцияға ҡаршы килеп булмаясаҡ. Шулай ҙа эре һәм бәләкәй предприятиеларға ла берҙәй ярҙам кәрәк, уларҙың һөҙөмтәле эшләүенә көс һалыу талап ителәсәк».
Әлегә икмәк бешереү предприятиелары 25 процентҡа тиклем һатылмаған продукцияһын көн дә мал аҙығы итеп ебәрергә мәжбүр, ә хәл былай барһа етештереүселәр банкрот ҡалыуы мөмкин. Шуға законлы рәүештә сауҙа селтәрҙәренә заказ яһауҙа сиктәр билдәләү - берҙән-бер ҡотҡарыу сараһы булып ҡала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика