Ҡатнаш аҙыҡ заводы төҙөү өсөн бер миллиард һум инвестиция

Ҡатнаш аҙыҡ заводы төҙөү өсөн бер миллиард һум инвестиция 07.08.2017

Бер йыл элек Благовар районы биләмәһендә  ҡеүәтле ауыл хужалығы сәнәғәт объекты эшләй башлай. Ул һаҡлауға 24 мең тонна иген ҡабул итә ала.

Иң башта машиналағы иген үлсәнелә һәм һуңынан сеймалдан ентекле анализ алына. Игенде комбикормағамы әллә элеваторға оҙатырғамы икәнлеген  лаборант хәл итә. Элеваторға килтерелгән иген таҙартылғандан һәм киптерелгәндән һуң ҙур силостарға оҙатыла. Йыуан ҡәләмде хәтерләткән һауыттар 4 мең тонна һыйҙырышлы. Уларҙа даими температура 35 градустан артмаҫҡа тейеш.Был ҡорамалдарҙың ҡулланыу мөҙҙәте -50 йыл.
Ярты сәғәт һайын температура режимы көйләнелә. Һыуытырға кәрәк булған осраҡта елләтеү системалары автоматик рәүештә эшләй башлай. Диспетчер үҙәгендә монитор аша бөтә эш процессы күҙәтелә.
Был объект заман технологияларын ҡулланып төҙөлгән. Американан ҡайтарылған элеватор табышлы эшләргә мөмкинлек бирә. Ошо уҡ майҙанда етештереү ҡеүәте сәғәтенә 10 тонна булған ҡатнаш аҙыҡ заводы урынлашҡан. Әлеге вҡытта Республикала урып -йыйыуға тотонмағандар.Шуға күрә лә бойҙай элеваторға Ырымбур өлкәһенән килтерелә.
Благовар районында тормошҡа ашырылыусы инвестиция проекты төбәктең агросәнәғәте үҫеше өсөн дә ыңғай йоғонто яһай. Ерле халыҡҡа унда  өҫтмә эш урындары булдыра. Сусҡасылыҡ буйынса селекция һәм генетика  үҙәге менән  ҡатнаш аҙыҡ заводтары ғына 140тан  ашыу кешегә хеҙмәт урындары булдырырға мөмкинлек биргән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку