Асыштарға «йәшел» ут

Асыштарға «йәшел» ут 14.06.2016

Бөгөн Өфөлә  «Инновациялар буйынса белешмә»  акселерация программаһын асыу тантанаһын үтте.   Рәсәйҙең венчур компанияһы ҡатнашлығында ойошторолған сарала  илдең «Сколково» кеүек  билдәле инновация институттары вәкилдәре лә ҡатнаша.  

Наил Яҡупов уйлап сығарған ошо өс  D  принтерҙа самолеттар өсөн ҡатмарлы деталдәр яһарға мөмкин. Әлбиттә,  был тәүге ҡоролма  лаборатория  тикшереүҙәре өсөн эшләнгән, завод өсөн ҙурырағы, ҡеүәтлерәге кәрәк. Егет уны йыл аҙағына тиклем  йыйырға уйлай. Заманса принтерҙа деталдәр балауыҙҙан эшләнә һәм һуңынан керамик тышлыҡ менән ҡаплана, иреткәндән һуң бушлыҡ титан кеүек ныҡлы материалдар менән тултырыла. Заманса ҡоролмаға тәүге заказсы бар ҙа инде - Өфө моторҙар эшләү берекмәһе.
Наил Яҡупов , фәнни-етештереү предприятиеһы етәксеһе: «Балауыҙ моделдәр  баҫыу ҡоролмаһын әле ювелир заводтары ғына ҡуллана. Әммә уның камиллашҡан формаһын авиация сәнәғәтенә лә  индерергә мөмкин. Был арзаныраҡ та, сифатлыраҡ та. Яңы  ҡоролма әле ззаводтарҙа ҡулланлыған сит ил станоктарын алмаштыра ала».
Наил Яҡупов ҡоролманы федераль грант аҡсаһына ике йыл дауамында йыйған. Быйыл ул  асышын  етештереүгә индереү өсөн «Инновация буйынса белешмә» программаһында ҡатнашырға хәл иткән.
«Инновация буйынса белешмә» - былтырҙан тормошҡа ашырылған төбәк программаһы. Уның сиктәрендә инновация проекттарын әҙерләү, уйлап табыусыларҙы уҡытыу ҡаралған.  Йәғни, фәнни асыштарҙы теркәү,  етештереүгә индереүҙе тиҙләтеү системаһы тип әйтергә мөмкин. 2015 йылда был программа аша 17 проект үткән, быйыл һанды 75-кә тиклем еткереү ҡаралған.
Конкурста ҡатнашыуға  200-ләп инновация проектының авторы ғариза биргән.  Улар өсөн өсөн  күренекле ғалимдар,  фонд, предприятиелар вәкилдәре  лекциялар, семинарҙар ойошторасаҡ, оҫталыҡ дәрестәре үткәрәсәк. Бөгөнгө асыу тантанаһында уҡ белгестәр үҙ асышыңды ғәмәлдә ҡулланыу, төрлө фондтарҙан гранттар алыу буйынса фәһемле кәңәштәрен бирҙе.  
Дмитрий Шаронов, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары: «Бөгөнгө көндә төп маҡсат булып фәнни асыштарҙы етештереүгә индереү тора. Бының өсөн ғалимдарҙы проекттар менән эшләргә, төрлө  программаларҙа ҡатнашырға, бәйләнештәр урынлаштырырға  өйрәтеү мотлаҡ. Алға китеш бар, әммә  артыҡ маҡтанырлыҡ тип әйтеп булмай. Эшләйһе лә эшләйһе әле».
Александр Окунев, «Сколково» фондының  төбәк сәйәсәте һәм бдб дәүләттәре институттары менән хеҙмәттәшлек буйынса  етәксеһе: «Мин бөгөн гранттар алыу системаһы менән таныштырырға уйлайым. Уның тәртибе ябай, ҡурҡырға ярамай, үҙ көсөңдө һынап ҡараға кәрәк. Грантттар биш йүнәлеш буйынса тапшырыла,  күләме 5 миллиондан  300-гә тиклем. Инвесторҙарҙың ҡатнашлығы ла талап ителә».
Конкурсҡа тәҡдим ителгән проекттарҙы  данлыҡлы инновация институттары, фондтар, предприятиелар етәкселәре, инвесторҙар ҡатнашлығындағы  жюри баһалай.  Артабан инде юғары баһаға лайыҡ булған асыштарҙы  ғәмәлгә индереү, йәғни етештереүҙә ҡулланыу буйынса  эш башлана. Еңеүселәр өсөн төрлө күләмдәге гранттар ҙа ҡаралған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку