Ҡарламан ҡуйыртылған һөтө дәүләт стандарты талаптарына яуап бирә

Ҡарламан ҡуйыртылған һөтө дәүләт стандарты талаптарына яуап бирә 03.05.2017

Был хаҡта бөгөн предприятие етәкселеге Ҡырмыҫҡалы районында үткән журналистар менән осрашыуҙа белдерҙе. Улайһа, сифат билдәһенә тикшерелгән продуктта ҡайҙан крахмал килеп сыҡҡан?  

370 грамлыҡ консервала ҡуйыртылған һөт алыр өсөн бер литр һөт, 172 грамм шәкәр өҫтәлә. Предприятиела тәүлегенә ошо күләмдә 30 меңдән ашыу продукт етештерелә. Артабан улар республика райондары, сит өлкәләрҙең магазин кәштәләренә оҙатыла.
Ҡарламан ҡуйыртылған һөтө сифат билдәһенә тикшерелгәндә уның составында крахмал, үҫемлек майы табылған, тигән һөҙөмтәне предприятие хеҙмәткәрҙәре инҡар итә. Беҙҙә  тәжрибәле коллектив тупланған. Продуктта бер нисек тә артыҡ ҡатнашма китеүе мөмкин түгел, ти Резеда Рауил ҡыҙы ла.
15 ай буйы һаҡланған татлы аҙыҡ дәүләт стандарттарына яуап бирә, тип иҫәпләй, предприятие етәкселеге. Етештерелгән һәр бер партиянан алтышар консерва заводтың келәтендә һаҡлана. Ҡуйыртылған һөт буйынса һорау тыуа икән, ул датаһына ҡарап лабораторияға тикшереүгә алып барыла.
Ҡарламан банкаһы 370 грамға иҫәпләнгән. Сифат билдәһенә тикшереү буйынса актта ул 10 грамға күберәк тип күрһәтелгән. Ә һатыуҙа ошондай ауырлыҡта һәм тап ошо исем аҫтында етештерелгән Омский заводы продукты бар.
Александр Моисеенко, «Ҡарламан продукты» йәмғиәте  генераль директоры урынбаҫары: «Бөтә бәлә ваҡытында документтарҙы юлламауҙан. Шуға ла ошо уҡ исем аҫтында башҡа заводтар ҙа етештерә ала. Ә бөтә Рәсәйгә билдәле продуктты күптәр бала саҡ хәтирәһе буйынса һатып ала».
Сифат билдәһенә тикшерелгән ҡуйы һөт, ысынлап та, Ҡарламандыҡымы юҡмы, белгестәр асыҡлаясаҡ. Ә Башҡортостан ерлегендә сыҡҡан  татлы ризыҡты етештереүселәр Рәсәй сифат билдәһе хеҙмәткәрҙәре менән судлаша, билдәле брендын һаҡлап ҡалырға тырыша.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку